+21 °С
Облачно
Өмөтбай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү акцияһына ихлас ҡушылды. Улар маскировка сеткаһын әҙерләүгә 22 ғинуарҙа уҡ башлаған. "Көндөң һыуыҡлығына ла ҡарап тормай, эсе ел иҫеүенән дә ҡурҡмай, башлаған эшебеҙҙе асыҡ һауала дауам итәбеҙ", - тип хәбәр итте беҙгә Өмөтбай ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Әнүзә Мәжитова.. Афарин, ағинәйҙәр!