Уландар, “Ағинәйҙәр” һеҙҙең менән!
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү акцияһын районда беренселәрҙән булып Гүзәл Монасипова етәкселегендәге “Ағинәйҙәр” ойошмаһы башлап ебәрҙе. Дөрөҫ, эшләгән эште, интернет селтәренә һалырға кәрәкме, юҡмы, тигән икеләнеүҙәр күп булды. Сөнки һәр аҙымды юғарынан күҙәтеп торған дошмандарҙан ир-егеттәребеҙҙе һаҡлау-ҡурсалау сараһын улар белергә тейеш түгел, тигән уй-фекерҙәр яңғыраны. Ағинәйҙәр үҙҙәренең “Ватсап” мессенджерында шундай берҙәм фекергә килгәйне. Ләкин яугирҙәребеҙ яңғыҙ түгел, уларҙың артында ҡалҡан булып, бөтә Рәсәй халҡы тороуын дошмандар белергә тейеш, тигән һығымта яһалды.
Шуныһы һөйөндөрә, быларҙың барыһы ла отчет өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эштәр. Изге эште башлаусылар һуңғыларына кәңәштәрен бирҙе, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, оҫталыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ кәрәкле материалдарҙы табыу, юллау буйынса йүнәлештәр ҙә бирҙе.
Уҙған аҙнала райондың күп кенә ауылдарында халыҡ маскировка сеткаһы әҙерләүгә тотондо. Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре башлап ебәргән эште башҡа ауылдар ҙа берҙәм күтәреп алдыв. Беренсе Төркмән, Ишмөхәмәт, Таһир, Сосновка, Ниғәмәт, Темәс, Әмин, Түбәнге Яйыҡбай, Әбделкәрим, Ҡыуат, Алғаҙы, Ниғәмәт, Ҡуянтау, Бикеш, Сыңғыҙ, Түбә, Буранбай, Һаҡмар, Мерәҫ, Йомаш, Сәйғәфәр, Бөрйәнйылға, Һаҡмар, Буранбй һәм башҡа ауылдарҙың ағинәйҙәре дәррәү күтәрелеп сыҡты.
Билал, Һәмән, Күгиҙел ауылдарында ла “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы эште ойоштороусыларҙан һаналды. Маскировка сеткаһын Рәүф Әхмәҙин, Артур Ғайсин, Илназ Хисмәтов, Арсен Әминевтар биргән. Был көндәрҙә күмәк көс менән 40 метрҙан ашыу япма эшләнде, тип белдерҙе Күгиҙел ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Сания Манапова. Зәйтүнә менән Зәйнетдин Шахморатовтар ҙа яугирҙәргә күп кенә йылы ойоҡтар әҙәрләгән.
Түбәләр ҙә был башланғысҡа ихлас ҡушылды. “Күмәк ҡулдан барлыҡҡа килгән ҡулайлама беҙҙең һалдаттарҙы дошман утынан һаҡлар ҡалҡан булһын”, - тигән теләктәрен еткерҙе Түбә ауылы ағинәйе Рәйлә Мәҡсүтова. Сыңғыҙҙар ҙа акцияға ҡушылып: “Ярҙамыбыҙ кәрәкле урынға барып етеп, егеттәребеҙҙе һаҡлап, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына булышлыҡ итһен”, - тине ағинәйебеҙ Ишһылыу Рәжәпова. Ҡуянтау ауылында ла маскировка сеткаһын эшләүгә халыҡ дәррәү йыйылған. Ағинәйҙәр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, “Аҡсәскә”, “Сударушки”, “Шишмә” фольклор ансамблдәре ағзаларына ярҙамға бикештәр ҙә килгән. Ике көн эсендә башлаған эштәрен тамамлап та ҡуйҙылар.
Ағинәйҙәребеҙ яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеү эшен дауам итә. Улар йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр ҙә бәйләй. Тәмле-татлы күстәнәстәрен дә йыя башланы.
Баймаҡтарҙың күмәк көс менән әҙерләгән ярҙам февраль урталарында юлланасаҡ. Кемдәр әле өлгөрмәгән, ваҡыт бар. Гуманитар ярҙам халыҡ ижады үҙәгендә туплана. Яугирҙәргә шәхси посылкалар ҙа ебәрергә мөмкинселек бар.
Лилиә ТАКАЕВА.
Фотола Күгиҙел ауылы халҡының маскировка сеткаһы әҙер.