Алмиҙеү
«Нимә тапһалар, шуны ҡуйып, стилләштерелгән, заманса түш биҙәүесе тип эшләп тағып йөрөүселәр күп хәҙер. Ҡайһы бере уларҙы, айышына төшөнөп тормай, хатта «селтәр», «һаҡал» тип тә атап ебәрә. Этнографик яҡтан ҡарағанда, төптө дөрөҫ түгел былай итеү. Һәр биҙәүестең үҙенсәлектәре, айырмалыҡтары бар, тип өйрәтте беҙҙе башҡорт биҙәүестәре оҫтабикәһе Асия Ғәйнуллина, - тип башланы осрашыуҙы етәксебеҙ Илүзә Юсупова. 26 ғинуар, планға ярашлы, бүлмәбеҙгә " Умырзая" ансамбле ҡыҙҙарын саҡырып, алмиҙеү эшләү серҙәрен асыҡтан асыҡ һөйләштек һәм эште башланыҡ.
Алмиҙеү йәш ҡыҙҙарға ла, ҡатындарға ла килешә. Уны милли кейем менән кейергә лә, заманса күлдәккә яраштырырға ла мөмкин.
Алмиҙеү тегелеше менән һаҡалға оҡшаш, аҫҡы яғы түңәрәкләнеп тора. Ул селтәр, һаҡал кеүек ҙур түгел, еңелерәк тә. Был биҙәүес өсөн аҫылташ, сулпы талап ителмәй, бары мәрйен (коралл), тәңкә, ҡортбаш ҡулланыла. Иң тәүҙә беше ҡыҙыл йәки ҡара туҡыманан өлгө менән үлсәп, ҡырҡып алабыҙ ҙа ҡатлап нигеҙен тегәбеҙ.
Алмиҙеү беҙҙең осраҡта ҡара туҡыманан тип уйланылды. Яҡ-яҡлап 7 йәки 9 рәт тәңкә ҡуйырға, ҙурыраҡ тәңкәләр аҫҡы яҡта урын алһын тип килештек. Ҡортбаш һәм тәңкә рәттәре араһына мәрйендәр теҙеү кәрәк буласаҡ. Мәрйендәрҙең төрлөһө ҡулланылыуы мөмкин. Мәрйендәрҙең төҫө, формаһы төрлө булыуы биҙәүесте үҙенсәлекле итә.
Алмиҙеүҙең елкәлә төймә менән эләктерелә. Осрашыу фәһемле булһын, кәңәшле эш тарҡалмаҫ!