Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 15:11

Ағинәйҙәр менән шашка уйнайбыҙ!

Беҙҙең "Сулпылар" балалар баҡсаһында йылда шашка ярыштары үтеп тора, быйыл инде мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары Иҫке Сибай ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән ярыштылар, уйын бик көсөргәнешле барҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уйындар – кешелектең бай мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Бала донъяға килеү менән уны әүрәтеү, зиһенен үҫтереү, сыныҡтырыу маҡсатында уға уйындар тәҡдим ителә. Уйын балалар өсөн –донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең иң яратҡан уйындарының береһе ул – шашка. Был өҫтәл уйыны балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй, түҙемле, ныҡышмалы, тыныс булырға, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә.
Беҙҙең "Сулпылар" балалар баҡсаһында йылда шашка ярыштары үтеп тора, быйыл инде мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары Иҫке Сибай ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән ярыштылар, уйын бик көсөргәнешле барҙы, шулайҙа беҙҙең тәрбиәләнеүселәр һынатманылар, еңеүҙе бирмәнеләр.
Ағинәй йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Йосопова Илүзә Ильгиз ҡыҙы балаларға матур теләктәр теләп, шашка уйынын артабанда үҫтерегеҙ тип 3 комплект шашкалары менән шашка таҡтаһы бүләк итте.

Кескәйҙәребеҙгә киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ!

Гөлшат Тулыбаева,

"Сулпылар" балалар баҡсаһы мөдире.

Фото: yyLf_uPTxHo

Ағинәйҙәр менән шашка уйнайбыҙ!
Ағинәйҙәр менән шашка уйнайбыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: