Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 12:05

“Һаҡмар” дуҫтары менән көслө

Редакцияла матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһалды Йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, ағымдағыһына бурыстар билдәләй торған матур йола бар беҙҙең халыҡта. Үткән аҙнала “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Матбуғат-2023” кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне.

“Һаҡмар” дуҫтары менән көслө
“Һаҡмар” дуҫтары менән көслө

Һаҡмар” дуҫтары менән көслө

Редакцияла матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһалды

Йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, ағымдағыһына бурыстар билдәләй торған матур йола бар беҙҙең халыҡта. Үткән аҙнала “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Матбуғат-2023” кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне.

Әйтергә кәрәк, 2023 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы, йәшерен-батырыны түгел, ауырлыҡ менән барҙы. Бының сәбәптәрен барыбыҙ ҙа белә. Шуға ҡарамаҫтан, район хакимиәте, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, ауычл биләмәһе хакимиәттәре, китапханасылар, почта хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары һәм редакция журналистарының тырышлығы менән “Һаҡмар” гәзите үҙенең тиражын һаҡлап ҡала алды. Был, әлбиттә, ныҡышмалы хеҙмәт емеше тураһында һөйләй.

Шуныһы һөйөнөслө, ауыл биләмәләре әлеге подписканы лайыҡлы атҡарып сыҡты. Айырыуса Моҡас (башлығы Атанғолов Нияз Әхмәр улы), Ишбирҙе (Иҫәндәүләтова Гөлшат Рәмзин ҡыҙы), Күсей (Әбсәләмов Мөхәмәт Рәфҡәт улы), Ишмөхәмәт (Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы), Ишмырҙа (Ҡашҡаров Заһит Мәүлетдин улы), Ҡолсора (Ишмырҙин Ришат Садиҡ улы), Мерәҫ (Нәҙербаев Сәйет Мөхтәр улы), Йылайыр (Илфат Ғәлимйән улы), Түбә (Хәлитова Әлфирә Самат ҡыҙы), Татлыбай (Иҙрисов Руслан Әхтәм улы) ауыл биләмәләре тиражды арттырыуға өлгәште. Әбделкәрим (Мусина Әлфиә Ибраһим ҡыҙы) һәм Ярат (Байымова Альбина Булат ҡыҙы) ауыл биләмәләре лә яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Ниғәмәт (Дәүләтова Эльвира Тәлғәт ҡыҙы), Темәс (Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы), Билал (Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улы) ауыл биләмәләрендә лә күрһәткестәр насарҙан түгел. Ә бына башҡа ауыл биләмәләрендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираждың бер аҙ кәмеүе күҙәтелде.

Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһында сығыш яһап, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова баҫманың тоғро дуҫтарына рәхмәт белдерҙе, иң изге теләктәрен еткерҙе.Һуңынан ул ошо бәйгелә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән почта бүлексәләре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаттары һәм приздары менән бүләкләне. Атап әйткәндә, почта хеҙмәткәрҙәре араһында Ишмөхәмәт почта бүлексәһе почтальоны Юнир Хәсәнов, Беренсе Төркмән почта бүлексәһе почтальоны Ишдәүләт Рәсүлев, Түбә почта бүлексәһе начальнигы Нуриҙә Яҡупова, Темәс почта бүлексәһе почтальоны Ғәлиә Әлибаева, Ярат почта бүлексәһе начальнигы Нажиә Йәнбирҙина, Әбделкәрим почта бүлексәһе почтальоны Гөлгенә Зарипова, Ишбирҙе почта бүлексәһе начальнигы Сажидә Кәримова, Күсей почта бүлексәһе почтальоны Зилә Әбсәләмова, Иҫке Сибайҙан әүҙем йәмәғәтсе Зөһрә Ғәйнуллина “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы еңеүселәре булып танылды.

Китапханасылар һәм клубтарҙың мәҙәни ойоштороусылары ла, урындарҙа Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәреп, тиражды йыйыуға тос өлөш индерҙе. Улар араһынан Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева, Ҡолсора ауылы китапханасыһы Гүзәл Мөхәмәтҡужина, Ишмырҙа ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гүзәл Ғөбәйҙуллина, Татлыбай ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Ләйсән Әхмәҙуллина, Ишей ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Миңзифа Ишдәүләтова еңеүселәр тип табылды.

Йәмәғәт ойошмалары араһынан “Ағинәйҙәр” ҡоро һынатманы, улар урындарҙа төрлө саралар ойоштороп, “Һаҡмар”ҙы таратыуға тос өлөш индерҙе. Сосновка ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Әлфиә Сөләймәнова, Мерәҫтән Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова, Ишмөхәмәт ауылының ветерандар советы рәйесе Хазина Исҡужина иң әүҙем йәмәғәтселәр булып танылды һәм Рәхмәт хаттары, бүләктәргә лайыҡ булды.

Милли матбуғатты пропагандалауҙа, “Һаҡмар” гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалыуҙа Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, районыбыҙҙың арҙаҡлы ир-уҙаманы Ришат Ишембәтовтың хеҙмәте ҙур. Әлеге матбуғатҡа яҙылыу осоронда ла ул район баҫмаһын халыҡ араһында таратыу буйынса ҙур эш атҡарып сыҡты. Тантанала сығыш яһап, Ришат Вәкил улы “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” район конкурсында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән ауыл биләмәһе башлыҡтарын Ҡоролтайҙың дипломдары һәм аҡсалата сертификаттары менән бүләкләне.

Шулай итеп, был бәйгелә Моҡас ауыл биләмәһе 1-се урынды яуланы. Ишбирҙе ауыл биләмәһе 2-се урынды алды. Күсей, Ишмөхәмәт, Ишмырҙа ауыл биләмәләре 3-сө урынға лайыҡ булды.

Матбуғат-2023” кампанияһы осоронда ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫарҙары Азат Шәрипов һәм Айнур Кәримов, район Советы секретары Рөстәм Сәйетов, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Айнур Юлдашбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, район китапханаһы директоры Зилә Мортазина, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Өфө фән һәм технолологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн фермерҙар Гөлнара Байрамғолова, Нияз Уразбаев, Ғиззәт Ямантаев, Линар Әхмәтов, Радик Ишмуллин, Хәйҙәр Килдеғошов, Зифа Иҫәнова, Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғәлим Сәлимов, ауыл биләмәһе башлыҡтары Илнур Ишмөхәмәтов һәм Рәсүл Сәлимов, Складок” магазины (Рәшит Йәнтүрин), “Фаберлик” офисы (Фәриҙә Йәноҙаҡова), “Орифлэйм” офисы (Фирүзә Тутаева), “Ишектәр донъяһы” магазинына (Марат Харисов) тәбрик һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һәм, әлбиттә, гәзитебеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалған дуҫтарыбыҙға – ҡала һәм ауылдар халҡына рәхмәтлебеҙ.

Һаҡмар” гәзите үҙенең дуҫтары менән көслө. Ағымдағы матбуғат кампанияһы был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы. Дуҫлығыбыҙ артабан да оҙаҡ йылдар дауам итһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

 

“Һаҡмар” дуҫтары менән көслө
“Һаҡмар” дуҫтары менән көслө
“Һаҡмар” дуҫтары менән көслө
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: