Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 15:30

Эшлекле сәфәр дауам итә

Уҙған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Беларусь менән Башҡортостандың тауар әйләнеше 10 % ашыуға артҡан...

Эшлекле сәфәр дауам итә
Эшлекле сәфәр дауам итә

Сәнәғәт кооперацияһы — Беларусь менән Башҡортостандың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенең төп элементы. Беларусь премьер-министры Роман Головченко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе, тип хәбәр итә БЕЛТА агентлығы.

«Башҡортостандан Белоруссияға кальцийлы сода оҙатыу буйынса  оптималь ҡарар табылған. Был Башҡортостан етештереүселәре өсөн дә, Белоруссия ҡулланыусылары өсөн дә отошло килешеү», — тине Роман Головченко.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан делегацияһының сәфәр программаһы бай.

«Һеҙ баш ҡаланың йәшәйешен генә түгел, Белоруссия төбәктәренең нисек үҫешкәнен дә күрерһегеҙ. Был беҙҙең тәжрибә тураһында күберәк белеү, шулай уҡ тәҡдимдәр менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек», — тине премьер-министр.

Осрашыуҙа яҡтар сәнәғәт өлкәһендә ғәмәлгә ашырылған кооперация проекттарын, лифт ҡорамалдарына, ашлыҡ киптереү комплекстары производствоһын булдырыуға ҡағылышлы проекттарҙы тикшерҙе.

Уҙған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Беларусь менән Башҡортостандың тауар әйләнеше 10 % ашыуға артҡан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: