Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 12:05

Юлымда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен...

Тормош йәме булған ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ һоҡланыу уята. Хәйер, һоҡланыу ғынамы? Кемдер уларҙың сифаттарын үҙ итергә, бәғзеләр нимәгәлер өйрәнергә тырыша, өсөнсөләр ошондай илаһи заттар менән дуҫ булып йәшәүҙән йән рәхәте таба. Гөлнара Байрамғоловаға ҡарап: “Нисек өлгөрә икән ул барыһына ла?”-тип бер мин генә уйланмайымдыр. Уның менән әңгәмә ҡороу күптәнге хыялым ине. Ә инде ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгәнен белгәс, был теләгемде Гөлнара Зәйнулла ҡыҙына еткерҙем...

Юлымда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен...
Юлымда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен...

Йома ҡунағы

Гөлнара Байрамғолова: “Юлымда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен...”

Тормош йәме булған ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ һоҡланыу уята. Хәйер, һоҡланыу ғынамы? Кемдер уларҙың сифаттарын үҙ итергә, бәғзеләр нимәгәлер өйрәнергә тырыша, өсөнсөләр ошондай илаһи заттар менән дуҫ булып йәшәүҙән йән рәхәте таба. Гөлнара Байрамғоловаға ҡарап: “Нисек өлгөрә икән ул барыһына ла?”-тип бер мин генә уйланмайымдыр. Уның менән әңгәмә ҡороу күптәнге хыялым ине. Ә инде ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгәнен белгәс, был теләгемде Гөлнара Зәйнулла ҡыҙына еткерҙем. Баҫма матбуғатта күренеүҙе бик үк өнәп бөтмәһә лә, минең менән һөйләшергә риза булған ханым янына ашыҡтым. Һәмән ауылының бар яҡтан уңған, шәп Ишһылыу һәм Зәйнулла Әминевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән, бер минутын да бушҡа сарыф итмәгән районыбыҙҙың билдәле шәхси эшҡыуары менән әңгәмә күптәргә фәһем булыр һәм тәүәккәллек өҫтәр, тип уйлайым.

- Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы, йылы миҙгелдә һеҙҙе тотоп алыуы бөтөнләй мөмкин түгел. Ҡышҡыһын рәхәтләнеп ял итәһегеҙме?

- Был мәлдә әҙерәк еңел һулап ҡуйһаҡ та, эшебеҙ йыл әйләнәһенә дауам итә. Ҡош-ҡортҡа йыл әйләнәһенә иғтибар кәрәк бит, уларҙы тәрбиәләүҙең дә үҙ талаптары, хатта үҙ серҙәре бар. Шуға күрә был йүнәлештә ял була тип әйтеп булмай

- Әйҙәгеҙ, һеҙҙең тормошто баштан башлайыҡ. Байрамғоловтарҙың данлыҡлы крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килгәнгә тиклем һеҙ уҡытыусы булып эшләнегеҙ.

- Эйе, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ҡаланың 2-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башланым.

- Был йүнәлештә ҙур уңыштарға өлгәшкәнегеҙ ҙә билдәле.

- Яратып башҡарған һәр эш уңышлы булалыр ул (йылмая). Ә мин уҡытыусылыҡ эшен, балаларҙы бигерәк тә ныҡ яраттым. Уҡыусыларҙа башҡорт теленә иғтибар һәм һөйөү уятыу өсөн күп уйланырға, үҙенә күрә тәжрибәләр үткәреп ҡарарға ла тура килде.

- Һеҙ хатта өндәр хаҡында әкиәт уйлап тапҡан инегеҙ...

- Эйе, дәртләнеп эшләп йөрөгән саҡта башҡа ниндәй генә уйҙар килмәй (йылмая). Башҡорт теле грамматикаһы ҡатмарлы икәнен һәр кем аңлайҙыр. Балаларҙың ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы бутауын күреп, был ҡағиҙәне уларға нисек һеңдерергә икән тип уйлай башланым. Һәм нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларҙың ниндәй тартынҡылар менән “дуҫ булыуы” хаҡында әкиәт уйлап таптым. Балалар уны тыңлағандан һуң был ҡағиҙәне еңел үҙләштерә башланы. Телгә ҡағылған төрлө әкиәттәр, йомаҡтар, табышмаҡтар күп уйлап табыла ине. Был әкиәт шуларҙың береһе генә.

- Үҙенә күрә шәп уҡытыу методикаһы бит! Хәҙер балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән оҙон-оҙон рифмаһыҙ шиғырҙар ятларға тура килеүен йә ауыр текст менән эш итеүҙәрен күреп күңелһеҙләнергә лә тура килә. Был телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уята алмай бит. Нисек уйлайһығыҙ?

- Мәктәптә эшләү дәүерендә башҡорт телен уҡытыу тураһында китап яҙырмын тигән хыялым бар ине. Ысынлап та балаларҙың психологияһынан сығып эш итергә кәрәк. Бала дәресте ул ҡыҙыҡ итеп бирелһә генә бик еңел үҙләштерә. Ә телдәрҙе өйрәнгәндә был бигерәк тә мөһим. Уйын, төрлө әкиәттәр, табышмаҡтар һ.б. формаһында үткән дәрестәр:ә балалар ҡағиҙәләрҙе еңел үҙләштерә. Быны мин үҙем эшләгән балалар миҫалынан алып әйтәм.

- Бөгөн әсә теле уҡытыусылары яңы ҡағиҙәләр өйрәтеүсе, яңы әҫәрҙәр еткереүсе генә түгел, ә тотош милләте тәрбиәләүсе булырға тейештер.

- Был ысынлап та шулай. Бала уҡытыусыһы әйткән һәр һүҙгә барыбер ҡолаҡ һалыусан. Мин дә уҡыусыларҙы милләтебеҙ, телебеҙ ҡәҙерен белергә, халҡыбыҙ тарихын һаҡлау, үҙ милләтеңә өйләнеү-кейәүгә сығыу, балаларға үҙ исемдәребеҙҙе ҡушыу кеүек күренештәргә иғтибар итергә саҡыра торғайным. Хәҙер ул уҡыусыларым күптән ата-әсә булып бөтөп бара. Мине күргәндә: “Һеҙҙең кәңәшегеҙҙе тыңланым. Балаларыма ла матур башҡорт исемдәрен ҡуштыҡ”,- тип әйтеүҙәре күңелгә һары май булып яғыла. Шулай уҡ хәҙерге башҡорт теле уҡытыусылары араһында эшен яратып, намыҫ менән башҡарыусыларҙың күплеге һөйөндөрә. Компьютер заманында ла башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан уҡытыусыларыбыҙҙың булыуы ҙур ғорурлыҡ минең өсөн.

- Йәш уҡытыусы Гөлнара Байрамғолова “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла ҡатнашып өлгөрҙө...

- Эйе (йылмая). Ул саҡтарҙы хәтерләһәм, үҙемдең эшемә мөкиббән китеп эшләп тик йөрөүемә хәҙер ҙә аптырап ҡуям. Конкурста ҡатнашырға тейешһегеҙ тигәс, ризалаштым да әҙерләнә башланым. Ул йылды “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының республика этабы беҙҙең ҡалала үтте. Райондан үткән уҡытыусынан тыш, мине лә – ҡала буйынса еңеүсене – шунда ҡатнашырға ебәрҙеләр. Таныш булмаған балаларға дәрес үткәреү, уны һабантуй итеп ойоштороу, психология, педагогика, уҡытыу методикаһы, башҡорт теле буйынса тестар биреү һ.б. һынауҙар күңелемә шул тиклем яҡын булды. Еңеүселәрҙе сәхнәгә сығарып теҙә башлағас, араларында үҙемдең дә булыуым шул тиклем шатландырғайны. Һөҙөмтәлә, республика буйынса беренсе урынға сыҡтым. Ошо мәлдә бергә эшләгән 2-се мәктәп коллективына, мәктәп директоры Виталий Ивановҡа оло рәхмәтлемен. Улар мине күрә белде һәм эшкә өйрәтте.

- Артабан һеҙ мәғариф бүлегендә эшләнегеҙ...

- Мәғариф бүлегенә эшкә саҡырғастар, хеҙмәт юлымдағы үҙгәреш, күтәрелеш тип ҡабул иттем һәм риза булдым. Балаларҙың шау-шыуы, ҡыҙыҡ итеп биргән һорауҙарын бик һағынһам да (ә мин уларҙы әле лә һағынам), мәғариф бүлегендә лә тырышып, эшемде яратып башҡарҙым.

- Тырыш, сәмсел, янып эшләгән кешеләргә талаптар ҙа күп була, эш тә күберәк өйөлә. Шуға күрә күңелегеҙҙе ҡырған хәлдәр ҙә булғандыр?

- Беләһегеҙме, тормошта, бигерәк тә эш урынында төрлө хәлдәр була: күккә күтәргәне лә, кәйефте ҡырғаны ла. Әммә һәр булған күренештән, мөнәсәбәттән, ҡараштан үҙемә һабаҡ алып өйрәнгәнмен. Уңышлы кешеләрҙең юлына арҡыры сығыусылар күп була. Һәм нәҡ шундайҙар һине тағы ла көслөрәк тә итә, маҡсатыңа өлгәшергә лә өйрәтә. Шуға күрә юлымда осраған һәр бәндәгә рәхмәтлемен.

- Һеҙҙәге рух көсө, моғайын, ғаилә тәрбиәһенән киләлер?

- Мин ғаиләлә баш бала бит. Үҙемдән бәләкәй өс ҡустым йыш ҡына минең ҡарамаҡта ҡала ине. Улар өсөн яуаплылыҡ тойҙом һәр саҡ. Атайым яуаплы вазифа биләгән кеше булараҡ эштән бушаманы, әсәйем дә гел мәктәптә булды. Йорт-мал эштәрен ойоштороу ҙа беҙҙең өҫтә булды. Атайым һәм әсәйемә беҙҙе һәр эшкә өйрәтеп үҫтергәненә, ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам, татыулыҡ хөкөм итеүенә рәхмәтлемен. Сөнки ғаилә тәрбиәһе һәр кемдең яҙмышын билдәләй.

- Һеҙ милли йолаларыбыҙға ҙур иғтибар бирәһегеҙ, уларҙы теүәл үтәргә тырышаһығыҙ.

- Был ысынлап та шулай. Әлбиттә, бар йолаларҙы белеп бөтөп булмай, шулай ҙа уларҙы өйнәреп барырға тырышам. Өлкән улым Илнурҙы сәңгелдәктә бәүеткән саҡта уҡ уға кәләш алып биргәндә бар башҡорт йолаларын теүәл үтәп килен төшөрөү тураһында хыяллана инем. Һәм уларҙың барыһы тормошҡа ашты. Бик матур башҡорт ғаиләһенән килен төшөрҙөк, милли йолаларыбыҙҙы теүәл үтәнек. Сағыу һәм матур милли кейемдәр тектереп, кәрәкле һүҙҙәрҙе ятлатып туғандарымды йонсотоп та бөткәнмендер (йылмая). Әммә барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Тирмә ҡороп, никах уҡытыу, килен төшөрөүҙең бар йолаларын теүәл атҡарҙыҡ. Һыу юлын күрһәткәндә лә килендең биҙрәһендәге һыу бөтөнләй сайпылмауына иғтибар иттем. Сөнки йолабыҙға ярашлы, әгәр кидендең биҙрәһендәге һыу сайпылмай, тип-тигеҙ килһә, йәш ғаиләнең бәхете лә тулы һәм мәңгелек була.

- Һеҙ яңы йортоғоҙҙоң нигеҙен һалғанда ла Б. Вәлид урамынан үткәндәрҙе сәй һәм бутҡа менән һыйлап ҡыуандырғайнығыҙ.

- Шундай матур йолабыҙҙы нисек үтәмәҫкә? Нигеҙҙең дүрт мөйөшөнә бутҡалар ултыртып, үткән кешеләрҙе сәй менән һыйлап, буласаҡ нигеҙебеҙгә фатиха алдыҡ (йылмая). Халҡыбыҙҙың һәр йолаһына тәрән аҡыл, көслө энергия һалынған. Улар юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, уларҙы тотоу беҙҙе лә бәхетле һәм уңышлы итеү көсөнә эйә.

- Ҡәйнә булыу ниндәй тойғолар уятты?

- Иң тәүҙә – яуаплылыҡ. Ике улыбыҙ Илнур һәм Ильясты ла эшкә өйрәтеп үҫтерҙек. Илнур хәҙер кәләшле булып, үҙ эшен асып, матур итеп йәшәп киттеләр. Кесебеҙ әле беренсе курс студенты. Киленемде ҡыҙым һымаҡ ҡабул иттем. Бик аҡыллы һәм тәүфиҡлы бала. Үҙем 20 йәштә генә килен булып төшкәс, ошо тәүге осорҙағы ҡаушауҙың, оялыуҙың нимә икәнен беләм. Шуға күрә киленемә терәк-таяныс булырға тырышам. Бер һүҙле булыуыбыҙға, көн дә серләшеп тороуыбыҙға күҙ теймәһен. Яҡшы ҡәйнә булырға үҙемдең ҡәйнәмдән өйрәндем. Уға һәм ҡайныма бар яҡшылыҡтары өсөн бик тә рәхмәтлемен.

- Студент йылдарында уҡ ғаилә ҡороу ауырлыҡтар тыуҙырманымы?

- Ғаиләлә төрлө саҡтар булалыр. Әммә беҙ Рәмил Рауил улы менән бик яратышып өйләнештек. Икебеҙ ҙә студенттар, ятаҡта йәшәнек. Шул мәлдә аралашҡан дуҫтарыбыҙ әле лә беҙҙең менән. Был бит үҙе шатлыҡ.

- Ныҡлы ғаилә ҡороуҙың серен нимәлә күрәһегеҙ?

- Сабырлыҡта. Минең өләсәйем абыстай булды. Ул үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бала саҡтан күңелемә һеңдереп үҫтерҙе. Өләсәйем ҡатын кешенең сабырлығы бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыуы тураһында йыш әйтә торғайны. Шуға күрә ҡатын кеше сабыр ҙа, аҡыллы ла, ныҡышмал да булырға тейештер. Бер-береңде ихтирам итеп, тыңлап йәшәү ҙә ғаилә нигеҙен ныҡлы итәлер.

- Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы, районда ғына түгел, республикала ла Байрамғоловтарҙың бренды барлыҡҡа килде. Халыҡ шикләнмәй һеҙҙән бәпкәләр ала, унан рәхмәттәрен әйтә. Ә тәүге аҙымдарығыҙ ниҙән башланды?

- Колхоз-совхоздар тарҡалып, донъялар буталып киткәс, ниндәйҙер эш асырға кәрәклеге тураһында уйлана башланыҡ. Ул яҡтан мин бигерәк тә хыялдар донъяһына сума инем. Бешеренергә яратҡас, бар ғаилә рәхәтләнеп ял итерлек кафелар селтәре асырға, өй тәме сыҡҡан билмәндәр әҙерләргә йәки гөл-сәскә үҫтереүгә мөкиббән булғанға, ошо йүнәлештә эш башларға ла уйлап ҡуя инем (йылмая). Үҙ фекерҙәремде дуҫтарыма һеңдереп, улар араһында ла эш башлап ебәреүселәр булды. Рәмил Рауил улы ауыл хужалығы институтында уҡыны бит. Уның дуҫтары араһында Благовар районының ҡошсолоҡ тармағында эшләүселәр бар ине. Һәм беҙ ошо йүнәлештәге эшкә тотондоҡ.

- Ауырлыҡтар күп булдымы?

- Барыһы ла булды инде. Беҙ – йәштәр, тәжрибәбеҙ бөтөнләй юҡ ине. Өҫтәүенә мин хөкүмәт эшендә лә йөрөйөм. Эшкә киткәндә бәпкә алырға килеүселәргә “шул сәғәткә ҡайтам” тип ҡағыҙ ҡыҫтырып китеүҙәр... Унан ике эштә йөрөүе мөмкин булмауы аңлашылды. Сөнки ныҡ арыта ине, икегә ярылып булмай бит. Мәғариф бүлегенән китеп, тулыһынса ғаиләбеҙ эшенә тотондоҡ. Улдарыбыҙ ҙа беҙҙең менән бергә йөрөп, кескәйҙән эшкә өйрәнеп үҫте. Эш башлағанда һөҙөмтә өсөн үҙебеҙ генә яуаплы булһаҡ, хәҙер инде коллектив ҙурайҙы. Һәр береһе үҙ урынында сифат өсөн тырыша. Эшебеҙҙең уңышлы барыуында коллективтың өлөшө ҙур, уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен.

- Һеҙ бит депутат булып та һайландығыҙ, район-ҡаланың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ, күп сараларға бағыусы булып та ярҙам итәһегеҙ, ә күпме конкурстарҙа еңеп сыҡтығыҙ! Нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ?

- Үҙем дә аптырап ҡуям ҡай саҡ (йылмая). Күңел һалып башҡарылған эш үҙенән-үҙе алға тәгәрәп баралыр ул. Район Советында депутат булып эшләгән саҡтарымды һайлаусыларым һағынып хәтеремә төшөрөп китә. Буранбай мәктәбендә иң-иң балаларға махсус стипендия булдырыу, райондың иң шәп башҡорт теле уҡытыусыларын билдәләү кеүек эштәр күңелемә яҡын булды. “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” һәм башҡа күп республика конкурстарына райондан тәҡдим иткәстәр, баш тартманым. Был ярыштарҙа яулаған еңеүҙәрем күңелде үҫтерә. Ошондай конкурстарҙа ҡатнашыусылар менән аралашыу яңы тәжрибә тупларға, ҙурыраҡ маҡсаттарға ынтылырға көс бирә.

- Кешелә ниндәй сифат булмаҫҡа тейеш?

- Ғәйбәт һөйләү, башҡаларҙы тикшереү. Кеше менән аралашҡанда уның ҡарашына, һүҙҙәренә, кисерештәренә, ғөмүмән, үҙенә генә иғтибар бирәм. Шуға күрәлер инде кемдәрҙә һәм ҡайҙа булһам да, уларҙың йорто ниндәй булыуы ла, йыһазы ла, ҡорғаны ла, диуарҙарының төҫө лә иҫемдә ҡалмай.

- Тәүлегенә "25 сәғәт" эшләһәгеҙ ҙә, һәр саҡ нәзәкәтле, матур, тәрбиәле булыуығыҙ менән айырылаһығыҙ. Үҙегеҙҙе ҡарауға ваҡытты күп бүләһегеҙме?

- Әлбиттә, һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек үҙемә ваҡыт табырға тырышам. Махсус косметика һәм аҙыҡ-түлек өҫтәлмәләре, витаминдар селтәре менән дә шөғөлләнгәс, үҙем өсөн матурлыҡ юлын тапҡанмын тип уйлайым.

- Яңы йыл алдынан тормош иптәшегеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә райондан йыйылған гуманитар ярҙамды үҙ йөк машинаһында алып барҙы. Уның хәүефле юлға сығыуы һеҙҙе ныҡ борсоғандыр?

- Әлбиттә, Рәмил бер аҙна юлда булғанда иң хафалы минуттарымды кисерҙем. Әммә ул үҙе әйтмешләй: “Егеттәргә ярҙам итергә кәрәк бит”. Унда беҙҙең крәҫтиән-фермер хужалығында эшләгәндәр ҙә, туғандар, таныштар ҙа бар. Ғаиләбеҙ исеменән дә яугирҙәребеҙгә ярҙам әҙерләп ебәрҙем. Иң мөһиме – бар егеттәребеҙ имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын!

- Үҙегеҙҙе бәхетлеләр рәтенә индерәһегеҙме?

- Эйе, Аллаға шөкөр. Яратҡан ғаиләм, атайым-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм, туғандарым, яҡындарым, дуҫтарым, эшем бар. Ә был иң ҙур бәхет.

- Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ?

- Ныҡышмал һәм тырыш булығыҙ. Был һыҙаттар – бар хыял-уңыштарға ла тура юл.

- Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы, әңгәмәгеҙ, “Һаҡмар” гәзитенең тоғро дуҫы булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Гүзәл Салихова әңгәмәһе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: