Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 18:10

Үкенескә генә ҡалды...

Эйе, урамда өшөп үлгән ағай ваҡытында үҙ ғаиләһен ҡормаған. Ҡатыны мәрхүмә булғас, үгәй улының был ағайҙы тышҡа сығарып ырғытыуы ла ниндәйҙер ғаилә фажиғәһе, яралы яҙмыштар хаҡында һөйләй. Әммә ул сығарып ташланған урамдан да кешеләр йөрөй бит...

Үкенескә генә ҡалды...
Үкенескә генә ҡалды...

Күңел түренән

Үкенескә генә ҡалды...

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөнә килгән хәбәр һиҫкәндереп ебәрҙе: Салауат Юлаев урамында 55-60 йәш тирәһендәге бер ир утын һарайында йоҡлап йөрөй әлеге мәлдә. Ҡыҙганыс инде, инфаркт кисергән, эшләй алмай, инвалидлыҡ юлламаған, ашарына юҡ. Хәзер бына ҡыш етте бит инде. Һыуык утын һарайында йоҡлап йөрөй, шуны бер нисек ҡарттар йортона урынлаштырып булмаймы икән? Ҡатыны үлгән короновирустан, ә үгәй улы өйөнә индермәй. Ул егет тә инвалид. Хәҙер эт, бесәйҙәргә лә приют асҡандар бит. Тере әҙәм балаһына берәй ерҙә урын табылмаҫмы икән? Магазин алдында һоранып йөрөй ашарға. Нимә эшләтергә була икән ул ағай кешене, бик йәл бит”,-тиелгән ине унда.

Ул мәлдә үҙем дауаханала ятҡанға был ағай янына шунда уҡ барып етеп булманы. Шулай ҙа тейешле хеҙмәттәргә был хаҡта белдереп, уның проблемаһын хәл итеү өсөн эш ҡуҙғатылды. Әммә ағайҙың паспорты юҡлығы, инвалидлыҡ та, пенсия ла юлламағаны асыҡланды. Ҡарттар йортона паспортһыҙ уны бер кем дә алмаясаҡ! Ҡайҙа төртөлһәң дә, документ кәрәк. Ағайҙы ҡарап, уға ашарға алып биреп йөрөгән Әлфинур Уразбаева был ағайҙы мәсеттә урынлаштырырға кәрәклеген әйтте. Ысынлап та! Ул мәсеттә йәшәп торғансы, паспортын, артабан тейешле түләүҙәрен юллауҙы ла ойошторолор, тип уйланым. Проблема ниһайәт хәл итерлек булғанын аңлап Баймаҡ мәсетенә мөрәжәғәт иттем. Унда ағайҙы алып килергә рөхсәт бирҙеләр. Тик ағайҙың ошо көндө мәрхүм булыуы асыҡланды. Күрәһең, ныҡ өшөгәндер. Ул эске кейеменә тиклем сисенеп ташлаған ине.

Беҙгә мөрәжәғәт итеүсе дөрөҫ яҙа: ҡайһы саҡта урамда йөрөгән эт-бесәйгә беҙҙең мөнәсәбәтебеҙ күпкә миһырбанлыраҡ. Ә бер-беребеҙгә ҡарата битарафлыҡ, ҡайһы саҡта яһиллыҡ хакимлыҡ итә. Эйе, урамда өшөп үлгән ағай ваҡытында үҙ ғаиләһен ҡормаған. Ҡатыны мәрхүмә булғас, үгәй улының был ағайҙы тышҡа сығарып ырғытыуы ла ниндәйҙер ғаилә фажиғәһе, яралы яҙмыштар хаҡында һөйләй. Әммә ул сығарып ташланған урамдан да кешеләр йөрөй бит. Ни өсөн уны тик бер ғаилә генә хәстәрләп, ҡайҙалыр урынлаштырыу өсөн бар тырышлығын һалып ҡараны? Ни өсөн кешенең өшөп-туңып магазин тупһаһында икмәк һорап ултырыуы, унан утынлыҡҡа инеп йоҡлауы бер кемде лә хафаға һалмаған? Арабыҙҙа үҙен фәрештәгә тиңләп, башҡаларҙы кәмһеткән, тикшергән, мыҫҡыллаған, “шул кәрәк уға, ул шундай алама кеше бит!” тип баһа биргәндәр арта бара. Ә бит яҙмыш юлында үҙен ниҙәр көтөүен, киләсәге нимә менән барып тамамланырын, ниндәй һынауҙар үтергә тура киләсәген бер кем белмәй. Йылы түшәктән ҡаты һыуыҡта утынлыҡҡа сығарып ташланмаясағы тураһында һәр кем ныҡлы ышаныс менән әйтә аламы икән? Юҡтыр. Шуға күрә бер йән эйәһен дә ашатлап үтергә ярамайҙыр, үҙеңдең йә яҡындарыңдың яҙмышына килтереп һуҡтырыуы бар бит.

Ҡасандыр ҙур эттең өшөгән, лыс бет булған кескәй бесәй балаһын ялап-ялап, үҙ ашына мороно менән төртөп ашатып, уны аяҡҡа баҫтырыуын күреп хайран ҡалғайным. Эттәр кеше урамға сығарып быраҡтырған бесәй балаһын ҡотҡарған заманда йәшәйбеҙ! Күрәһең, бар изге сифаттарыбыҙҙы юғалтып бөтөп барғанда, хайуандар беҙҙе аҡылға килергә саҡыралыр...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Һүрәт интернет селтәренән алынды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: