Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 16:55

"Хаттарығыҙҙы йөрәк түрендә йөрөтәләр"

Зөлфиә Батыр ҡыҙына ни өсөн федераль һәм республика ярҙамдары тик яугирҙең ғаиләһенә бирелеүе, ни өсөн әсәйҙәргә бер ни ҙа ҡаралмауы хаҡында ла һорау бирелде. Әлбиттә, был район хакимиәте кимәлендә хәл ителә торған мәсьәлә түгел...

"Хаттарығыҙҙы йөрәк түрендә йөрөтәләр"
"Хаттарығыҙҙы йөрәк түрендә йөрөтәләр"

Көн ҡаҙағында

Яугирҙәрҙең яҡындары менән осрашыу

Украинанан ялға ҡайтҡан Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары менән осрашыуы күп һорауҙарға яуаптар табырға ярҙам итте. Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов алып барҙы. Шулай уҡ осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына район хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Ирек Абдуллин, юрист Зөлфиә Бүләкова, йәштәр комитеты рәйесе, М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабын етәкләүсе Гөлсинә Сирғәлина яуап бирҙе.

Тәүҙә Зөлфиә Бүләкова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың яҡындарының ниндәй льготалары булыуы, түләүҙәр хаҡында һөйләне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн, мобилизацияланған кешенең килемен иҫәпкә алмайынса, бер нисә ташлама сараһы ҡаралған. Күрһәтелгән ун ярҙам сараһының дүртәүһе, 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң, төбәк һәм федераль хөкүмәттәр мобилизацияланғандарҙың килемен иҫәпкә алмау тураһында ҡарар ҡабул иткәндән һуң, Берҙәм түләүгә күсерелә (әлеге ваҡытта берҙәм пособие биреү мәсьәләһе мобилизацияланғандарҙың килемен иҫәпкә алмайынса ҡарала). Артабан, 2023 йылда яңы ҡағиҙәләр социаль ярҙам сараларының ҡалған 6 төрөнә ҡағыла: күп балалы ғаиләләрҙең айырым категориялары өсөн айлыҡ пособие (һүҙ дүртенсе балаға 1,5 мең һум күләмендәге пособие һәм бишенсе һәм артабанғы балалар өсөн 2 мең һум күләмендәге пособие тураһында бара); 16 (18) йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие; күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ай һайын компенсация түләү; балаларға өс йәш тулғансы бер үк ваҡытта ике йәки унан да күберәк бала тыуған ғаиләләргә айлыҡ пособие; социаль килешеү нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамы, “Балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында” Федераль закон менән билдәләнгән беренсе баланың йәки икенсе баланың тыуыуына бәйле әсәлек (ғаилә) капиталы аҡсаһынан ай һайын түләү. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: тәүге дүрт ярҙам сараһын билдәләгәндә мобилизацияланған граждандың да, ирекмәндең дә, Росгвардия һалдатының да килеме иҫәпкә алынмай, ә ҡалған ике сараны тәғәйенләгәндә, Федераль Хөкүмәт указына ярашлы, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған граждандың килеме генә иҫәпкә алынмай.

Зөлфиә Батыр ҡыҙына ни өсөн федераль һәм республика ярҙамдары тик яугирҙең ғаиләһенә бирелеүе, ни өсөн әсәйҙәргә бер ни ҙа ҡаралмауы хаҡында ла һорау бирелде. Әлбиттә, был район хакимиәте кимәлендә хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Шуға күрә осрашыуҙа ҡатнашыусылар был һорауҙы юғарыға еткереүҙе һораны. Бер әсә дауаханаға барғанда сиратһыҙ үтеү проблемаһын күтәрҙе. “Улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыыусыларға табипҡа сиратһыҙ күренеү, кәрәк саҡта массаж яһатыу кеүек һ.б. хеҙмәтләндереүҙе тотҡарлыҡһыҙ алыуҙы тәьмин итһәгеҙ ине”,-тине ул.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов был йәһәттән проблемалар булмауын, ә һорауҙар килеп тыуһа, үҙенә шылтыратыуҙы һораны. Ғөмүмән, хакимиәт белгестәре һәр мәсьәләне шәхсән рәүештә ҡарап, өйрәнеп, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Йәштәр комитеты янында эшләп килгән ирекмәндәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына ҙур ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр агросәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары һәм юғары класс уҡыусыларынан тупланған. Улар йорт-хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Бынан тыш яугирҙәрҙең яҡындарын утын менән тәьмин итеү ҙә ваҡытында башҡарыла.

Ирек Абдуллин яугирҙәргә ойошторолған гуманитар ярҙам тураһында һөйләне. Яңы йыл алдынан ебәрелгән бар посылкалар ир-егеттәребеҙгә барып етеп, уларҙы һөйөндөргән. Сираттағы гуманитар ярҙамға ла исемле күстәнәстәр алынасаҡ. Гуманитар ярҙам йыйыу һәр саҡтағыса халыҡ ижады үҙәгендә ойоштороласаҡ. Ауылдарҙа йәшәгәндәргә биләмә башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ.

Хәмзә хәҙрәт Хафизов ир-егеттәребеҙҙең зарланмауын, батырҙарса хеҙмәт итеүен белдерҙе. “Беҙҙең яугирҙәр бәпестәренең ҡағыҙға төшөрөлөп ебәрелгән ҡул-табан эҙҙәрен иң ҙур бүләк итеп ҡабул итә. Улар был һүрәттәрҙе йөрәк түрендә йөрөтә. Шуға күрә ир-егеттәребеҙгә йылы һүҙҙәрегеҙҙе лә, шундай күңелдәренә үтеп ингән хаттарығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ”,-тине ул.

Эйе, бындай осрашыуҙар бик тә кәрәк. Сөнки яҡындарының ут эсендә йөрөгәненә көн-төн борсолған ҡатындар, атай-әсәйҙәр үҙҙәренең проблемаһын еткереп кенә түгел, ә күңелен дә бушатып ҡайта. Иң мөһиме – һәр батырыбыҙ имен-һау ҡайтһын!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: