Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 15:50

Тамырҙарыбыҙ өҙөләме?

Элек ата-әсәйҙәр балаһын урам тәрбиәләүҙән ҡурҡа ине. Ә бит интернет “тәрбиәһе” күпкә ҡурҡыныс булып сыҡты. Юҡ, заманса технологиялар үҫешергә, бала уларҙы белеп, аңлап үҫергә тейеш. Бар тармаҡ компьютерлаштырылған заманда шунһыҙ мөмкин түгел. Әммә интернеттың кире яғынан беҙ тотош быуынды һаҡлап ҡала алманыҡ...

Тамырҙарыбыҙ өҙөләме?
Тамырҙарыбыҙ өҙөләме?

Монетка” йә “Магнит” кеүек маркеттарҙың инеү урынында йыйылып торған үҫмерҙәрҙе йыш күрергә була. Сөнки бында һәр саҡ йылы, бер кем ҡамасауламай. Магазинға инер алдынан тулы сумкаңды һаҡлағыс шкафҡа ҡуйғанда йә унан алғанда ирекһеҙҙән балаларҙың нимә хаҡында һөйләшеүен ишетәһең. Дөрөҫөрәге, һөйләшмәй улар, ә иҫтәре китеп телефондан аниме ҡарайҙар.

Японияла сыҡҡан был йәнһүрәткә тартым аниме балаларҙың да, үҫмерҙәрҙең дә, йәштәрҙең дә, хатта ҡайһы бер ололарҙың да бар зиһенен ялмап алған. Уларҙың араһында һәйбәттәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә Америка, Европа илдәренә килеп ингән анимены махсус ойошмалар тикшерә һәм психика өсөн ҡурҡыныс урындарын юҡ итә. Уның ҡарауы Көнбайыш илдәре беҙҙең балаларҙы был йәһәттән йәлләмәй. Береһенән-береһе ҡурҡыныс анимеларын беҙгә "оҙатып" ҡына тора. Рәсәйҙә был йәһәттән контроль юҡ тиерлек. Аниме нигеҙендә барлыҡҡа килгән хәүефле интернет төркөмдәр юҡ ителә, әммә уларҙың урынына яңылары ҡалҡып сығып өлгөрә.

Нимәһе менән ҡурҡыныс һуң улар? Анимела беҙ өйрәнгән рухи ҡиммәттәр тулыһынса инҡар ителә. Ата-әсә бында – йәшәргә мәшәҡәтләгән антигерой. Үлем, үҙ-үҙеңде үлтереү шул тиклем идеаллаштырып, юғары күтәрелә. Иң тәүҙә аниме үтә сағыулығы менән үҙенә йәлеп итәлер. Әммә нормаль кеше агрессив анимены бер-ике минут ҡарағандан һуң күңеле болғанып, үҙен йөрәгенә ниҙер килеп тығылғандай тоя. Ә балаларҙың нығынып етмәгән психикаһы уны һеңдереп, “был донъя шундай булырға тейеш” тип үҫә.

Әллә ниндәй быуын үҫте ул? Беҙ – уларҙы, улар беҙҙе аңламай”,-тип зарланабыҙ бит. Эйе, балаларҙың киләсәген хәстәрләп, өҙлөкһөҙ эшләргә мәжбүрбеҙ. Был һуңғы бер нисә тиҫтә йылда күҙәтелә. Ошо арауыҡ ваҡыт эсенә балаларҙы үҙ ҡарамағына, дөрөҫөрәге интернет тәрбиәһенә тапшырҙыҡ. Элек ата-әсәйҙәр балаһын урам тәрбиәләүҙән ҡурҡа ине. Ә бит интернет “тәрбиәһе” күпкә ҡурҡыныс булып сыҡты. Юҡ, заманса технологиялар үҫешергә, бала уларҙы белеп, аңлап үҫергә тейеш. Бар тармаҡ компьютерлаштырылған заманда шунһыҙ мөмкин түгел. Әммә интернеттың кире яғынан беҙ тотош быуынды һаҡлап ҡала алманыҡ.

Бала, айырыуса үҫмерҙең һәр саҡ кумиры була. Был һәр быуатта күҙәтелгән. Был әҙәм балаһының тәбиғи үҫеше. Тик хәҙерге балаларҙың кумиры аниме “геройҙары” булыуы хафаға һала. Быны күп ата-әсә күрә, һиҙә, тойомлай, тик аптырауҙан өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Аниме үлтереү, көсләү, үҙ енесең менән йәшәү һ.б ҡурҡыныс төшөнсәләрҙе нормаль күренеш тип һеңдерә балаларға. Эйе, был хаҡта беҙ ҡысҡырып һөйләмәйбеҙ, тартынабыҙ, оялабыҙ, әммә беҙҙең өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған егет менән егет йәки ҡыҙ менән ҡыҙ мөнәсәбәте хәҙерге йәш быуын өсөн ғәҙәти хәл. Йәмғиәттә шундай мөнәсәбәттәрҙең артҡандан—арта барыуын һәр кем белә бит. Нимәнән килә был? Барлыҡ анимела тиерлек шундай тәбиғәткә ҡаршы барған мөнәсәбәттәр алға һөрөлә, күккә күтәрелә. Ошонан башлана ла инде кешелек тамырын өҙә башлау, юҡҡа сығарыу. Һәр анимела ҡыҙҙар егеттәрҙән көслөрәк итеп һүрәтләнә. Ҡыҙ – бар нәмәгә ҡаршы сығырлыҡ көс, ә егеттәр төҫ-башҡа үтә матур һәм үтә нескә итеп һүрәтләнә. Элек-электән ир-егеттең – яугир, илен, ғаиләһен һаҡлаусы тигән тәғлимәт юҡҡа сығарыла һәм үҫешеп етмәгән бала-үҫмерҙең мейеһенә һеңдерелә. Беҙ аңлаған матур, күркәм, ата-әсәле ғаиләгә анимела урын юҡ. Ундағы “геройҙар” үҙ енесе йәки ҡурҡыныс мутанттар (шайтандар) менән йәшәй.

Үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығы йәки күңел төшөнкөлөгө лә ошо үтә ныҡ тәьҫир иткән анимеларҙан килә бит. Шулай булмаһа һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән үҫмерҙәрҙең үҙ тәненә зыян итеүен (төрлө өлөшөн ҡырҡҡыслауы) нисек аңларға? Бындай балалар ҡайҙалыр сит илдәрҙә, ҙур ҡалаларҙа йәшәмәй, ә яныбыҙҙа ғына!

Нимә эшләргә һуң? Бер-береһен аңламаған йәш һәм урта, оло быуын үҙ-ара уртаҡ тел нисек табырға тейеш? Бының әҙер ысулын белгән кеше кәмендә Нобель премияһына лайыҡ булыр ине. “Сыбыҡ етмәй һеҙгә һәм физик эш!”-тибеҙ беҙ балаларға йәнебеҙ көйөп. Дөрөҫ, хәҙерге балалар һыу-утын ташымай, мал ҡарамай. Әҙәм балаһы һәр саҡ еңел тормошҡа һәм цивилизацияға ынтылды һәм бөгөн беҙ шуларҙың татлы ла, әсе лә, серек тә емештәрен татыйбыҙ. “Беҙ бала саҡта шуны эшләнек, быны, ә һин!”-тигән кеүек әр-битәр бер ҙә ярҙам итмәй.

Ата-әсәләр уйлап тапҡан иң ҡаты яза нимә? Эйе, телефонды тартып алыу, интернетты һүндереү. Шуның менән тәрбиә бөтә. Ә бала, үҫмер анимела ата-әсәһенең насар итеп һүрәтләнеүе ысынлап та дөрөҫ икән тип ҡабул итә. Бәғзеләре интернет донъяһын ҡайтарыуҙы талап итеп шау-шыу ҡуптарһа, икенселәре үҙенә йомола. Иң хәүефлеһе – үҫмерҙең үҙенә бикләнеүе. Уның нимә уйлағанын, нимә кисергәнен бер кем белмәй. Бындай үҫмерҙәрҙең нимәләргә әҙер булыуын да беҙ белмәйбеҙ.

Ҡайыш менән бер ярып алһам, аҡылға ултыра ул”,-тигәйне бер атай. Бәлки, беҙҙең быуынға нәҡ ошондай “тәрбиә” килешкәндер, ә үҙенә иғтибар етмәүҙән йәки нимәгәлер үс итеп йәки ҡараған аниме йоғонтоһонда үҙ тәнен ҡырҡҡылауға барып еткән хәҙерге балаларға, үҫмерҙәргә ҡайыш йоғонто яһармы икән? Шикләнәм. Мин йыш ҡына таныштарыма: “Беҙ хәҙер бөтөнләй икенсе быуын менән эш итәбеҙ. Улар беҙҙең өсөн сит ил планетаһы кешеләре кеүек булған кеүек, беҙ ҙә улар өсөн шулай. Шуға күрә ата-әсәләргә лә, балаларға ла үҙ-ара мөнәсәбәтте ҡороуы бик ҡатмарлы”,-тием. Күптәр ҡул ғына һелтәй. Аңлайым, ваҡыт юҡ, кредит түләр кәрәк, өйҙә ремонт, машина һатып алырға һ.б. Ә бала үҙ донъяһында, йәғни интернетта. Ата-әсәгә лә, балаға ла уңайлы.

Баланы интернеттың бар әшәкелегенән һаҡлап, үҙ-үҙен юғалтмаҫҡа нисек ярҙам итергә һуң? Әлбиттә, тәү сиратта, уны яратырға һәм нисек бар шулай ҡабул итергә. “Ана, класташың гел “бишкә” уҡый, ә һин эшкинмәгән”, “Һинән кеше сыҡмаҫ ул!” “Бомж булып йөрөрһөң әле” тигән һүҙҙәр менән ата-әсә баланы үҙенән тағы нығыраҡ алыҫайта.

Һәр үҫмерҙә үҙен кәм итеп тойоу һыҙаты бар (кәүҙәһе, бите, тештәре, атлап йөрөшө һ.б. оҡшамай). Һәр әҙәм балаһы был этапты ла үтә. Ошондай саҡта уға үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк. “Үтә ул!”-тип ҡул һелтәмәгеҙ. Эйе, үтәсәк, тик уға тиклем бала онотолор өсөн интернетта үҙен “аңлаған” яуыз уйлы кешеләрҙең йоғонтоһона барып эләгеүе йәки аниме донъяһының ҡолона әүерелеп, шундағы “геройҙарҙың” ҡыланышып ҡабатлай башлауы бар. “Минең дә һинең йәштә шулай проблемаларым булды (мине лә үсекләнеләр һ.б.)”,-тип бала менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү яҡшыраҡ һөҙөмтә бирәсәк.

Балаға көсөгөҙ етмәүен йәки уның ҡыланышы борсолоу тыуҙырһа, психологтарға мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ. Ни тиклем яҡын булһағыҙ ҙа, бала һеҙгә барыһын һөйләүҙәр тартыныуы бар. Психологҡа, ғәҙәттә, улар яҡшы асыла.

Аниме араһында яҡшылыҡҡа өйрәткән һәйбәттәре лә бар. Шундайҙарҙы табығыҙ һәм балағыҙ менән бергә ултырып ҡарағыҙ. Тиҙҙән балағыҙҙың дуҫтарына: “Минең әсәйем дә аниме ҡарай”,-тигән һүҙҙәрҙе ғорурлыҡ менән еткереүен ишетерһегеҙ. Бының менән һеҙ бала иғтибарын ыңғай анимеға йүнәлтерһегеҙ һәм үҫмерҙәр донъяһында ышаныслы, үҙ кешегә әүерелерһегеҙ.

Көндән-көн яңы капризы ҡалҡып сыҡҡан балаларҙың һәр саҡ ыңғайына һыпырып ултырыуы ла мөмкин түгел. Тик ни тиклем ҡыҙһағыҙ ҙа, ҡысҡырмағыҙ, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ, тыныс тауыш менән һеҙгә ниҙәр оҡшамауын әйтегеҙ, әммә бер ҡасан да кәмһетеү һүҙҙәренә күсмәгеҙ. Үҙ-үҙегеҙҙән сығып, өйҙә әрләш-талаш китһә, тынысланғандан һуң беренсе булып ғәфү үтенеүҙән тартынмағыҙ. Бала һеҙҙең дә яңылышыуҙы, ҡыҙып китеүегеҙҙе, әммә хәлде һуңынан төҙәтеп ҡуйыуығыҙҙы күреп үҫергә тейеш.

Спорт, бейеү, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү ҙә балала үҙендә ышаныс тыуҙыра. Бергәләшеп тәбиғәткә сығыу, бассейнға йөрөү, йорт хайуандары тураһында хәстәрлек күреү ҙә һеҙҙе яҡынайтып ебәрер. Бесәй-эт, тутыйғош һ.б. йәнлектәрҙе тәрбиәләгән балалар кешеләргә ҡарата ла миһырбанлы булып үҫеүен онотмағыҙ.

Ғөмүмән, был сетерекле мәсьәләлә бер генә фекер, баланы тәрбиәләүҙең бер генә ысулы булыуы ла мөмкин дә түгел. Шуға күрә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, был йәһәттән һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙе көтәбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: