Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2023, 12:10

"Телемдең минән айырым йоҡлаған саҡтары була..."

Бибисара апайҙың ҙур-ҙур сумка менән ҡаҙы, ит, башҡа төрлө ҡабымлыҡ-тәмлекәстәрен алып килеүен күреп, телевидение хеҙмәткәрҙәре һушһыҙ ҡолай яҙҙы. Бибисара апай менән күп тапҡыр шулай төрлө кисәләрҙе алып барырға, юбилей кисәләрен ойошторорға тура килде. Унан мин бик күп нәмәгә өйрәндем. Бер мәл Бибисара апай тураһында көләмәс уйлап таптым. Ул шунда уҡ Өфөгә барып еткән. Бибисара апай миңә шылтырата: “Радмир, һин минең турала нимә һөйләп йөрөйһөң унда?”-ти. Көләмәсте һөйләп бирҙем...

"Телемдең минән айырым йоҡлаған саҡтары була..."
"Телемдең минән айырым йоҡлаған саҡтары була..."

Йома ҡунағы

Алло, Радмир ағай?” Теге оста өндәшмәйҙәр. Унан уҫал ғына тауыш яңғырап ките: “Был кем ул?!” Аптырап ҡалдым: “Мин”,-тигән булам. “Кем ул һин?!” Көскә үҙемде танытам да: “Яңы йыл алдынан һинең менән күңелле генә итеп һөйләшеп алыр кәрәк ине”-тием. “Аптырап бараһыңмы әллә?! Ике ай пенсияла ятам, ҡаңғыртма, инде иҙерәп китеп йоҡомһорап ята инем!” Халыҡ ижады үҙәге янында Рамир Хәсәнов эшләгән афишалар эленеп тора, уның туп-тура йә төрлөсә семәрләп яҙылған хәрефтәрен яҡшы таныйым. Тимәк, эштә рәссам! Ә мине танымағанға һалышып, өҫтәүенә пенсионер булып ҡылана ғына. Ул арала Радмир Әҙеһәм улының шарҡылдап көлгән тауышы ишетелде. Бына шундай ул беҙҙең йома ҡунағы бөгөн – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, халыҡ ижады үҙәгенең рәссамы, халыҡ яратҡан артист, пародист, Көлкөбай, нисәмә йыл Ҡыш бабай ҙа, хатта Ҡарһылыу ҙа булған – Радмир Хәсәнов! Уның менән уйынлы-ысынлы әңгәмә, бигерәк тә шиғырҙарҙы яттан иҫ киткес итеп һөйләүен тыңлап әңгәмәбеҙ һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

- Радмир ағай, Ҡыш бабайға ышанаһыңмы?

- Беләһеңме, ир-егет тормошонда өс стадияны үтә. Беренсеһе – Ҡыш бабайға ышана, икенсеһе – бөтөнләй ышанмай, өсөнсөһө үҙе йөрөй Ҡыш бабай булып.

- Һин ҡайһыныһына инәһең?

- Мин әлегә Ҡыш бабайға ышаныусылар араһындамын.

- Ҡуян йылы ниндәй булыр икән?

- Шәп булырға оҡшай.

- Ниңә?

- Сөнки минең тормошом гел ҡуяндарға бәйле. Беҙҙең Үрнәк ауылы яғында элек Ҡуяндар ауылы булды. Уның халҡы Саҡмағош йылғаһында балыҡ тотоп, иген сәсәеп, шәп йәшәне. Ул яҡтан Баймаҡҡа сыҡһаң – Ҡуянтауҙы үтәһең. Шулай ике Ҡуянлы ауыл араһында үткән тормошомдо һағынып иҫкә алам.

- Үҙең ниндәй йылда тыуҙың?

- Мин – Аждаһа. Әммә ҡурҡыныс түгелмен, сөнки Игеҙәктәр йондоҙлоғонда донъяға килеүем мине мәрхәмәтле итә. Мин Ҡуяндарҙы сәйнәп тормайым шуға, йотам да ҡуям (көлә).

- Ҡуян ите ашағаның бар тимәк?

- Әлбиттә! Беҙ бала саҡта ул төп һый булды! Һигеҙ бала үҫтек, икәүбеҙ генә ситкә сығып китте. Колхоздың бөтмәҫ эшен намыҫлы итеп башҡарыр өсөн яҡшы итеп ашарға ла кәрәк ине. Шуға күрәлер инде атай менән әсәй ҡуян тотто. Уларҙың һаны етмешкә барып етә торғайны. Атай баҫыуҙан ҡайтып инмәгәс, әсәй мине ҡуянды һуйырға өйрәтте. Өҫтәлебеҙҙә һәр саҡ ҡуян итенән бәлеш, итле аш булды. Уға көҙләүеслек итеп ултыртҡан картуфыбыҙҙы ҡушып ебәрһәң! Әсәйем аш-һыуға бик оҫта ине, ҡуяндан төрлөләп ниҙәр генә бешермәне! Шуға күрә бала сағым тәмле генә булып күҙ алдыма килә лә тора. Ҡуян ите – беҙҙең ғаиләнең бер милли ризығы булды инде (көлә).

- Ҡуяндың тиреһе лә бар бит әле...

- Әлбиттә! Әсәйем оҫта тегенсе булараҡ, уларҙан ниҙәр генә текмәне. Кәпәстәрҙән тыш, ҡуян тиреһенән түшәктәребеҙ ҙә булды. Ойоҡ-бейәләй, шәл, кофталарҙы һанап тораһы ла юҡ. Ағайҙар һунарға йөрөп төлкө ала торғайны. Уларҙың тиреһен дә әсәй эш итеп ултырҙы. Һәр Яңы йыл беҙ әлеге лә баяғы ҡуян булып кейенәбеҙ. Әсәй ҡуян костюмын оҫта итеп тегеп бирә ине.

- Тағы ҡайҙа ҡуян ите ашарға тура килде?

- Армияла (көлә). Эйе, минең ҡуян эпопеяһы бала саҡ менән бөтмәне. Ватан һағына Курил утрауҙарына барып эләктем. Бер нөктәлә егермеләп кенә һалдат ятабыҙ, шуға беҙҙә “дедовщина” тигән нәмә лә булмағандыр. Ошо утрау тулы ҡуян, төлкө ине. Офицерҙар һунар итһә, беҙ ҙә шунда йөрөйбөҙ атылған ҡуян ташып...

- Ҡайһылай яҡшы урында хеҙмәт иткәнһең...

- Әйтмә лә! Унда егермеләп йылға аға ине. Уларында ниндәй генә балыҡ юҡ ине! Магазиндарҙа беҙгә килеп еткән һәм килеп етмәгән иң ҡиммәтле балыҡтар! Уларҙы тоҙлайбыҙ, ҡаҡлайбыҙ, табаға һалып ҡурабыҙ, һурпа бешерәбеҙ. Һалдат паегына әйләнеп тә ҡарамай инек. Сәтләүеге лә, төрлө емеше лә шәп булды беҙҙең урындың.

- Бик тәмле хеҙмәт иткәнһең...

- Эйе (көлә). Әрме хеҙмәтенең емешен ҡайтҡас та татыным әле. Художество училищеһынан булғас төрлө плакаттар һыҙыу, һүрәт төшөрөү армияла миңә йөкмәтелде. Ике йыл эсендә тамам оҫтарып алдым. Ҡайтып уҡый башлағас был миңә бик ярҙам итте. Зачеттарын тапшыра алмағандар миңә мөрәжәғәт итә. Мин тегеләргә йәһәт кенә яҙып-һыҙып бирәм. Уның ҡарауы бүлмәбеҙҙән кәнфит, печенье кеүек тәмлекәстәр өҙөлмәне (йылмая). Студент тормошон да тәмле итте ул ҡәләм тота белеү.

- Хәҙер һин күҙ йомоп эшләйһеңдер ул һүрәттәрҙе, плакаттарҙы?

- Ҡыҙыҡ өсөн эшләп ҡарағаным бар – килеп сыға.

- Һин бит балаларға оҫталыҡ дәрестәре лә алып бараһың...

- Эйе, халыҡ ижады үҙәге коллективы ауылдар буйлап йөрөйбөҙ. Кемебеҙ нимәгә оҫта - шуға өйрәтәбеҙ. Мин балаларҙы дүрт төрлө ҡар бөртөгө эшләргә, матур итеп яҙырға өйрәтәм. Әйткем килә, беҙҙең балалар бик һәләтле, тиҙ генә отоп ала.

- Шулай ҙа кешеләр һине күберәк артист итеп белә. Ҡайҙан шундай һәләт?

- Әсәйемдән. Үрнәктәр миңә әле лә “шул тиклем әсәйеңә оҡшағанһың” тип ҡуя. Ысынлап та әсәйем 80 йәшенә тиклем сәхнәнән төшмәне. Һабантуйҙарҙа бейей торғайны. Әсәйемдең сығыш яһағанын беләм дә, ун метрлыҡ тауар һатып алам да, бүләктәр араһына һалам. Эй ҡыуана торғайны! “Быйыл һабантуйҙа бейейһеңме?”-тип һораһаң: “Эйе, унда бит ҡиммәтле тауарҙар бирәләр”-тиер ине. Мин тағы алып барып һалам.

- Бүләкте һин һалғанды белгәс, әсәйең нимә тине?

- Белмәй мәрхүмә булып китте. Мин әйтмәнем. Ә ул мәрхүмә булғас, бер һандыҡ тауары килеп сыҡты. Береһен үҙенә тектермәй һаҡлап барған. Туғандарым унан ҡорған, төрлө япмалар тектереп алды. Әсәйемдең төҫө итеп һаҡланыҡ.

- Әртислек һәләтең һиңә төрлө кисәләрҙе оҫта итеп алып барырға, сығыш яһарға ғына түгел, ә Ҡыш бабай булырға ла ярҙам итә...

- Ҡыш бабай ғына түгел, Ҡарһылыу ҙа булдым мин. Яратҡан йырсыбыҙ Бибисара апай Азаматова Ҡыш бабай, ә мин Ҡарһылыу булып “Юлдаш” телеканалында Ҡыҙыҡ менән Мәҙәккә ҡаршы сыҡтыҡ. Төрлө һорауҙарға яуап бирҙек. Яңы йыл алды ине. Бибисара апайҙың ҙур-ҙур сумка менән ҡаҙы, ит, башҡа төрлө ҡабымлыҡ-тәмлекәстәрен алып килеүен күреп, телевидение хеҙмәткәрҙәре һушһыҙ ҡолай яҙҙы. Бибисара апай менән күп тапҡыр шулай төрлө кисәләрҙе алып барырға, юбилей кисәләрен ойошторорға тура килде. Унан мин бик күп нәмәгә өйрәндем. Бер мәл Бибисара апай тураһында көләмәс уйлап таптым. Ул шунда уҡ Өфөгә барып еткән. Бибисара апай миңә шылтырата: “Радмир, һин минең турала нимә һөйләп йөрөйһөң унда?”-ти. Көләмәсте һөйләп бирҙем. Бибисара апай үпкәләмәне, рәхәтләнеп көлдө лә: “Һөйлә әйҙә, Радмир, һөйлә, кешеләр мине онотмаһын”,-тине. Әйтерһең дә, был донъяларҙан иртә китеп барырын һиҙгән.

- Пародияларыңа килгәндә, беҙҙең арҙаҡлы шәхес, крайҙы өйрәнеүсе Әмир ағай Сәйғәфәров булып та килештереп һөйләйһең. Ул нисек килеп сыҡты?

- Ҡайҙалыр һөйләшеп ултырғанда кемдер: “Ҡайһылай Әмир Зәкирович кеүек һөйләп ултыраһың”,-тине. Мин тот та ул булып һөйлә лә кит. Районда ниндәйҙер семинармы бара ине. Миңә: “Берәй нәмә һөйләп ебәр әле, күңелһеҙ була башланы”,-тинеләр. Сәхнә артына сыҡтым да, Әмир ағайҙың тауышы менән киләһе сығыш яһаусы тураһында иғлан иттем. Мине күрмәйҙәр. Барыһы ла тирә-яғына ҡарай башланы. “Әмир Зәкирович та бындамы ни? Ни өсөн ул алып барыусы булып киткән”,-тип шыбырлашалар. Унан мин килеп сыҡҡас барыһын да аңлап, рәхәтләнеп көлдөләр.

- Ҡыш бабайҙың ҡыҙыҡтары күп булдымы?

- Һанап бөткөһөҙ инде ул! Бер йыл мин – Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу балаларға бүләктәр таратабыҙ. Шул саҡ юл инспекторы туҡтатты бит. Ә беҙҙең водитель бер-ике өйҙә шампан шарабын уртланы. Тотолдоҡ инде. Инспекторҙы беҙҙе ебәреүен үтенә башланыҡ. Ул: “Минең балаларға тамаша күрһәтеү шарты менән”,-ти. Беҙ ҡыуанып риза булдыҡ. Шулай ике сәғәт бушлай эшләнек. Уның ҡарауы водителебеҙ “имен” ҡалды. Был бик күп йылдар элек булды тип әйтеп ҡуяйым (йылмая).

- Элек кешеләр ҡыҙығыраҡ йәшәгән, күрәһең...

- Әлбиттә! Бер йыл Бөрйән яҡтарына киттек ҡунаҡҡа. 31 декабрь. Беҙ ҡунаҡ буласаҡ йортта шыршы юҡ. Улай булмай тип, ат егеп алып урманға киттек. Йәнәһе лә өйҙә ҡалғандар өҫтәл әҙерләгәнсе шыршы алып ҡайтабыҙ. Термос, ашамлыҡ, уныһын-быныһын һалып алдыҡ. Кәрәкле ҡупшыҡайҙы тапҡайныҡ ҡына, һуйырҙар ҡурҡып ҡапыл осоп китте. Атыбыҙ уларҙан өркөп, ҡасып ҡайтып китте. Беҙ ун саҡрым араны йәйәүләп ҡайттыҡ. Яңы йыл үткәс, иртәнсәк сығып киткән кешеләр, төнгө берҙә шыршыһыҙ ҡайтып индек, өшөп-асығып.

- Ярай, буранға эләкмәгәнһегеҙ...

- Буранға эләккән замандар ҙа булды. Өфөнән “башкировоз”ға тейәлеп ҡайтып төштөк 30-ында. Сибайҙа күҙ асҡыһыҙ буран. Кире поезға билет алып, Өфөгә киттек. Студенттарбыҙ, аҡсабыҙ юҡ. Вагонда ас ҡына ятып Яңы йыл үтеп китте. Ә шулай ҙа иң күңелле һәм бәхетле мәлдәр ине. Бындай хәл минең менән ике мәртәбә булды. Бер дуҫтың туйында кейәү үңгәре булырға тейеш инем. Сибайға килеп төштөм – күҙ асҡыһыҙ буран. Поезға ултырып кире Өфөгә китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Март баштары булғандыр. Дуҫ оҙаҡ үпкәләп йөрөнө.

- Кейәү үңгәре тигәндәй, төрлө йыйындарҙа һеҙ булғанда тамада ла кәрәкмәй тип ишеткәйнем.

- Беҙ бит Хәсәновтар күп тармаҡлы. Төрлө юбилей-туйҙа “Радмир булғанда тамада кәрәкмәй инде” тип алып барыусы саҡырмайҙар. Бер яҡтан экономия ла инде уларға (йылмая). Унан ҡунаҡтан мин ап-ас ҡайтып, кухнямда һаҡланып ҡалған берҙән-бер доширакты ғына ашап йоҡларға ятам. Күп һөйләүҙән шешкән телем айырым, үҙем айырым яҫтыҡҡа йығылып китәбеҙ. Шул шешкән телде иртәнсәк көскә кире ауыҙға тығып эшкә китәм инде (көлә).

- Һинең һәр саҡ күтәренке кәйефле булыуың, башҡаларҙы ла көлдөрөп алыуың менән баймаҡтарға яҡынһың. Шуға күрә һине үлгән тип ишеткәс бик ҡайғырылды...

- Эйе, коронавирус менән ныҡ ауырыным. Ун көн өйҙә ятҡандан һуң эҙләп килеп тапҡандар ине. Минең галлюцинациялар башланған ине. Үҙемдең кемлегемде, ҡайҙалығымды, миңә нимә һөйләгәндәрен аңламайым. Дауаханала урын юҡ ине, бер кеше үлгәс кенә һала алдылар. Ҡот осҡос ине унда! Янымда ғына кешеләр бер-бер артлы үлә. Үҙем дә үлгәндәрҙе күрәм, һаташам, бер нәмә аңламайым. Шулай ҙа терелеп сыҡтым. Минең әкрен генә баҫып урамдан килгәнемде күргән бер танышым ырғып китте лә: “Һин үлмәнеңме ни?!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ә бер танышым минең “үлгәнде” ҡунаҡта ишеткән. Бер нәмә лә ашамай, бойоғоп ҡына, өндәшмәй генә ултырған да, ҡайтып киткән. Ике-өс көндән генә минең тере икәнде белгән. Шулай итеп, әҙәм балаһы был донъяла иң мөһиме һаулыҡ булғанын аңлайҙыр.

- Һинең әле миңә яттан һөйләгән шиғырҙарың да фәлсәфәүи, уларға тәрән аҡыл һалынған. Уларҙың барыһын да нисек хәтереңдә ҡалдыраһың?

- Ҡасандыр балалар лагерында тәрбиәсе булып эшләгәндә: “Көн дә дүрт юллыҡ шиғыр ятлаһаң да, арыуыҡ шиғырҙар беләсәкһең”-тип бер өлкән апай кәңәш биргәйне. Шул ваҡытта алып шиғырҙар күңелгә һеңә бара. Тик миңә уларҙы баҫып тороп, хисләнеп һөйләргә кәрәк. Шул саҡта ғына онотмайым.

- Радмир ағай, һин китаптарҙы күп уҡыйһың, сәсән теллеһең. Һәр күренешкә үҙ ҡарашың бар. Халыҡ араһында киң таралған, әммә һинең күңелеңә ятмаған һүҙҙәр бармы?

- Әлбиттә, улар күп. Сөнки һәр әҙәм балаһы үҙенсә уйлай, фекер йөрөтә. “Ул бит яҙыусы йәки етәксе, шуның өсөн уның һүҙҙәре хаҡ!” -тип әйтеп булмай. Күңелемә ятмаған хатта халыҡ мәҡләдәре лә бар.

- Мәҫәлән, ниндәй?

- Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тигән мәҡәл менән бөтөнләй килешмәйем.

- Ниңә?

- Сөнки ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ир үҙе! Бер ниндәй ҡатын да ирҙе түбән тәгәрәтә йәки күктәргә күтәрә алмай. Быларҙың барыһы ла ирҙең үҙенән.

- Тағы ниндәй уй-фекерҙәр оҡшамай?

- Ҡатынды йөҙөк ҡашы ла, мунса ташы ла иткән – ир, тигән (йылмая). Юҡ, бына нисек инде тота килеп кемдеңдер балдаҡ булып ялтырап йөрөүенә йәки беҙ яратып сабынған ҡара мунсаның ташына әүерелеүенә ир ғәйепле була ала? Ҡатын заты балҡырға теләйме йәки башҡа төрлө хыялдары уянамы – уны туҡтата алырлыҡ көс булмаясаҡ. Сөнки... Ярай, уныһын әйтеп бөтөп тормайым. Юғиһә, сәхнәгә түгел, урамға ла сығырлыҡ хәл ҡалмаҫ.

- Уйынлы-ысынлы һөйләйһең дә, ҡасан дөрөҫөн әйткәнеңде аңлап та булмай ҡай саҡта...

- Әйтмә лә! (көлә) Үҙем дә шунан кәрәгемде алам. Бер йыл Ҡыш бабай булып йөрөйөм бер корпоратив кисәлә. “Күңелле” булып алған ял итеүселәр минең һөйрәкләп тау башына мендерҙеләр. Ағастан эшләнгән шыуғалаҡ елгә ҡалтырап торған кеүек инде, шуға күрә “менмәйем” тип ҡысҡырам. Ҡайҙан инде! Һөйрәкләп мендереп алып киттеләр. Шыу, тип эткеләй башланылар. Күҙҙе йомоп төшөп киттем. Бер мәл күҙҙән йондоҙҙар атылып киткәндәй булды! Баяғы алама тауҙың ҙур шырауы артыма инеп китте бит! Ҡысҡырам-аҡырам, тыңлаған бер кеше юҡ. Салбар китте уртаға йыртылып, боттан субырлап ҡан аға... Шуның менән Ҡыш бабайҙың эше еңел – бер аҙна эсә лә, йыл буйы ял итә, тигән булалар. Үҙенә күрә һаулыҡҡа зыян килтергән яҡтары ла күп ул уның.

- Ир-егеттәр ниндәй ҡатындарҙы яратмай тип уйлайһығыҙ?

- Әлбиттә мыжыҡтарҙы. Бер ир һөйләй: “Минең ҡатын ғәләмәт мыжыҡҡа әйләнеп китте. Көн дә игәй мине, нервыны ғына бөтөрҙө. 1 май. Байрам. Рәхәтләнеп телевизор ҡарап ятам. Юҡ бит, ҡуймай: “Ҡасан шыршыны сығарып ташлайһың?”тип өҫкә менеп килә”. Уға икенсеһе ҡушыла: “Мин шулай ҡатынды мыжытмайым тип шыршыны 2 ғинуарҙа уҡ сығарып ташлағайным, ашай яҙҙы! Ниңә ул мин 10 мең һумға һатып алған яһалма шыршыны ташланың тип! Уларға бер нисек тә ярап булмай, барыбер игәйҙәр!” (көлә). Бына шулай, юҡ-барға мыжымағыҙ һәм барыһы ла яҡшы булыр.

- Ҡуян йылында гәзит уҡыусыларыбыҙға теләктәр?

- Ҡуяндай йомшаҡ ҡына, матур ғына, үрсемле булығыҙ. Көйөр алдынан көлөп алығыҙ, илар алдынан ауыр ҡайғыларға тарығандарҙы хәтергә алығыҙ. Һәр атҡан таңығыҙға йылмайып баҡһағыҙ, көнөгөҙ ҙә һеҙгә йылмайыр. Бәхетле булығыҙ!

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Ҡуян йылында ла беҙҙе кәрәкле афишаларың һәм, әлбиттә, сығыштарың менән һөйөндөрөргә яҙһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: