Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2022, 12:45

Шәп әсәйҙәргә - Яңы йыл бүләге

Ишмөхәмәттән Гөлнур Әбүбәкерова (иптәше Рәйес Әширәф улы менән 5 бала тәрбиәләй), Күсейҙән Алһыу Әхмәтова (иптәше Радмир Зәйләғи улы менән алты бала үҫтерә), Ҡолсоранан Вәсилә Ғафарова (иптәше Рәүеф Сәлимйән улы менән биш бала тәрбиәләй), Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсинә Зәйнуллина (иптәше Илдус Әдиф улы менән биш бала тәрбиәләй), Йәнйегеттән Лилиә Зөфәрова (иптәше Альберт Ишкилде улы менән биш бала үҫтерәләр), Калининдан Фәнүзә Иҙрисова (алты бала әсәһе), Өмөтбайҙан Гүзәлиә Камалова (тормош иптәше Таһир Сабир улы менән биш бала тәрбиәләйҙәр), Билалдан Зимфира Кинйәбулатова (тормош иптәше Фәнис Рәфҡәт улы менән биш бала үҫтерәләр), Баймаҡтан Елена Мөхәмәтйәнова (тормош иптәше Иштуған Рафаил улы менән алты бала тәрбиәләйҙәр), Ҡуянтауҙан Айгөл Үтәмишева (тормош иптәше Нурислам Нуриәхмәт улы менән биш бала үҫтерәләр “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды...

Шәп әсәйҙәргә - Яңы йыл бүләге
Шәп әсәйҙәргә - Яңы йыл бүләге

Шәп әсәйҙәргә Яңы йыл бүләге

Яңы йыл һөйөнөс-шатлыҡтарға бай була. Район-ҡалабыҙ өсөн дә ул ҡыуаныслы яңылыҡтары менән килде. Шуларҙың береһе күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырыу булды.

Тантананы халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Ғәлинур Хәмитов менән Илнур Аслаев дәртле ҡурай моңо һәм йөрәктәргә үтеп ингән һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев зал тулы, айырыуса байрамда балаларҙың күп булыуына шатлығын белдерҙе.

Был көндө Ишмөхәмәттән Гөлнур Әбүбәкерова (иптәше Рәйес Әширәф улы менән 5 бала тәрбиәләй), Күсейҙән Алһыу Әхмәтова (иптәше Радмир Зәйләғи улы менән алты бала үҫтерә), Ҡолсоранан Вәсилә Ғафарова (иптәше Рәүеф Сәлимйән улы менән биш бала тәрбиәләй), Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсинә Зәйнуллина (иптәше Илдус Әдиф улы менән биш бала тәрбиәләй), Йәнйегеттән Лилиә Зөфәрова (иптәше Альберт Ишкилде улы менән биш бала үҫтерәләр), Калининдан Фәнүзә Иҙрисова (алты бала әсәһе), Өмөтбайҙан Гүзәлиә Камалова (тормош иптәше Таһир Сабир улы менән биш бала тәрбиәләйҙәр), Билалдан Зимфира Кинйәбулатова (тормош иптәше Фәнис Рәфҡәт улы менән биш бала үҫтерәләр), Баймаҡтан Елена Мөхәмәтйәнова (тормош иптәше Иштуған Рафаил улы менән алты бала тәрбиәләйҙәр), Ҡуянтауҙан Айгөл Үтәмишева (тормош иптәше Нурислам Нуриәхмәт улы менән биш бала үҫтерәләр “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.

Фәнис Ғәбдрәшит улы тантанала ҡатнашыусыларға иң изге теләктәрен еткереп: “Һеҙҙе ҙур байрам менән ҡотлайым! Һеҙгә республикабыҙҙың юғары наградаһын тапшырыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан бүләкләнеп килә. Беҙҙең районда үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләр күп. Был күрһәткес буйынса беҙ республикала алдынғылар рәтендә. 1998 йылдан район-ҡалабыҙҙан 462 әсә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Әсәлек бурысын намыҫлы үтәгәнегеҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйеп, барыһы өсөн дә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”,-тине.

Награда алған әсәләр исеменән Гөлсинә Зәйнуллина сығыш яһап бар йорттарҙа балаларҙың шат тауышы яңғырауын, һәр кемдең бәхеттә йәшәүен теләне.

Тыуған еребеҙҙә сабыйҙарҙың донъяға ауаз һалыуы йышыраҡ ҡабатланһын һәм тик ҡыуаныстарҙа йәшәргә яҙһын!

Гүзәл Салихова.

Д. Фадеев фотоһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: