

Башҡортостанда 2023 йылда алкоголь һатыуға сикләү ғәмәлдә булған көндәр билдәләнде. Ҡануни йәһәттән нығытылған режим Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы сикләй:
— 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән икенсе көндөң иртәһенә (сәғәт 10-ға) тиклем;
— 6 ғинуарҙа — урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 5-тән төнгө 11-гә ҡәҙәр.
Башҡа көндәрҙә ғәҙәти тәртиптә — иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем һатыла.
«Законда ҡаралған сикләү йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай — был көндәрҙә кафеларҙа, ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы йыл каникулдарында алкоголь продукцияһын һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте. 3 ғинуарҙа республикала ғәмәлдә булған алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу бөтөрөлдө. Бынан тыш, 4 ғинуарҙан 6-на хәтлем һатыу ваҡыты оҙайтылды.