Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
7 Декабря 2022, 12:15

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙын нәҫелдәре"

Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Беренсе Этҡол ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы тарафынан уҡыусылар менән берлектә "Ағинәйҙәр" бүлмәһендә бик матур сара үтте. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғәриф ветераны,Зөһрә Зиннур ҡыҙы, мәктәп тен башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Айҙар ҡыҙы, китапханасы Гөлсинә Шәһит ҡыҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Вәкил ҡыҙы ҡатнашыуҙары менән сараға йәм өҫтәне. Мәғәриф ветераны Зөһрә Зиннур ҡыҙы уҡыусыларға "Урал батыр" эпосы тураһында бик матур итеп һөйләне. "Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙын нәҫелдәре" тигән матур сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Уҡыусылар "Урал батыр" эпосынан өҙөктәр ятланы. Һуңынан һәр уҡыусы балаға бүләктәр тапшырылды. Был саранан риза булып, ҡыуанып-шатланып таралыштылар.

Көнһылыу Азаматова, Беренсе Этҡол ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙын нәҫелдәре"
"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙын нәҫелдәре"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас