Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 06:10

“Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына...”

Район башлығы оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе...

“Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына...”“Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына...”
“Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына...”

Оператив кәңәшмәнән

Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына...”

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев төрлө ойошма-учреждение етәкселәре менән үткәргән оператив кәңәшмә дежур-диспетчер хеҙмәтенең аҙналыҡ мәғлүмәт биреүенән башланды. Ошо осорҙа уларға 173 шылтыратыу булған. Шуларҙың 156-һы торлаҡ-коммуналь хужалығының эшмәкәрлегенә ҡағыла. Район етәксеһе һәр шылтыратыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, ваҡытында яуап бирергә, хәл итергә ҡушты.

Бер аҙна эсендә 4 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған. Бәхеткә ҡаршы, уларҙа тән йәрәхәттәре алыусылар юҡ.

Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлегенә лә ныҡлы иғтибар бирелә. Бер аҙна эсендә ошо йүнәлештәге ҡазаларға электр приборҙарының, мейестәрҙең төҙөкһөҙ булыуы сәбәпсе. Был йәһәттән район-ҡалала планға ярашлы эш алып барыла. Әлеге ваҡытта ойошма-учреждение етәкселәре ауылдарға сығып, биләмә башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары менән берлектә рейдтар үткәрә. Улар барышында иң тәүҙә хәүефле төркөмгә ингән граждандарҙың йорттары тикшерелә. Фәнис Ғәбдрәшит улы был мөһим эште 10 декабргә тиклем тамамлап, отчет бирергә кәрәклеген белдерҙе. Шулай уҡ янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы ҡуйыу ҙа дауам итә. Улар тәү сиратта күп балалы һәм өлкәндәр, инвалидтар йәшәгән йортҡа ҡуйыла.

Ҡала биләмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, йылдың иң күңелле мәшәҡәттәре – Яңы йылға әҙерлек башланған. Әлеге ваҡытта ике шыуғалаҡтың килтерелеүе көтөлә. Закон буйынса, уларҙың тейешле сертификаты булырға тейеш. Был йәһәттән шыуғалаҡтарҙы Магнитогорск ҡалаһынан белгестәр килеп, техник яҡтан ярашлылығын тикшерәсәк.

ДРСУ райондағы юл торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Юлсылар таң менән буран өргән Октябрь, Урал ауылдарына яғына сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта Таулыҡай күперен ремонтлау эштәре бара. Фәнис Ғәбдрәшит улы уны 10 декабргә тамамларға ҡушты.

Район етәксеһе шулай уҡ социаль өлкә етәкселәренең Урал, Октябрь, Комсомол ауылдарында халыҡты ҡабул итеү ойошторорға кәрәклеген белдерҙе. “Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булған Урал ауылында 110 кеше йәшәй. Баймаҡҡа килеүе уларға алыҫ. Шуға күрә борсоған мәсьәләләрен урынға барып хәл итергә кәрәк”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

5 декабрҙән гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу башланды. Был хаҡта почтамт начальнигы Валентина Хачина мәғлүмәт бирҙе. Район башлығы льготалы яҙылыу тамамланғас, подписка эшенә тулы анализ яһалып, тейешле һығымта яһаласағын белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, 9 декабрҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Фәнис Ғәбрәшит улы ошо уңайҙан ҡалала ҙур сара көтөлөүен, уның махсус хәрби операцияға һәм яугирҙәребеҙгә арналасағын белдерҙе. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре – төп иғтибарҙа. Улар беҙҙең иғтибарҙы һәм хәстәрлекте һәр саҡ тойорға тейеш”,-тип белдерҙе район башлығы.

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас