Сыңғыҙ ауылының "Ағинәйҙәр" йәмәғәте ойошмаһына (етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова) Мерәҫ, Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды.
Ауыл китапханасыһы - ағинәйҙәрҙең ярҙамсыһы һәм терәге Миңзәлә Шахморатова "түңәрәк өҫтәл артында" фекер алышыуҙы бик йәнле итеп ойошторҙо. Ағинәйҙәр ойошмаһының милли традициялар, йола-кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, үҫеп килгән быуында рухиәт, илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эшенә баһа бирҙе. Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Ҡәйүм Уразбаев та сығыш яһап, ағинәйҙәр ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен бәйән итте.
Мерәҫ ағинәйҙәре Сыңғыҙ ағинәйҙәренән тула һуғырға станок заправить итергә өйрәнде. Иҫке Сибай ағинәйҙәре етәксеһе Илүзә Йосопова ла үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Оҫталыҡ дәресендә Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Балалар ағинәйҙәрҙе Әсә көнө менән ҡотлап, концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, мәсеткә барып бергәләп Йома намаҙын уҡынылар. Улдарын мобилизацияға оҙатҡан әсәләр ҙә саҡырылды. Имам-хатип яугирҙәребеҙ имен-һау һәм теүәл әйләнеп ҡайтһындар, тип доғалар уҡыны.