+24 °С
Ямғыр


Был ялдарҙа ла республика ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре киң масштабтағы рейдтар үткәрәсәк. Ведомство етәксеһе Владимир Севастьянов әйтеүенсә, рейдтарҙың маҡсаты аварияларға юл ҡуймау һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы туҡтатып, бәлә-ҡазаларҙы булдырмау.
"Әгәр кемдер руль артына ултырған эскән кешене күрһә, беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә хәбәр итеп, ҡурҡыныс хәлдәрҙе иҫкәртәсәк. Әгәр инде һеҙ юлда булһағыҙ һәм машинағыҙ боҙолһа йәки башҡа хәл булһа, беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Юлдағы кешеләргә ярҙам итеү ҙә беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе"-тине ул.