-28 °С
Болотло
Бөгөн Башҡортостанда водителдәрҙе тикшерәләр, тип хәбәр итте республика буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.
Севастьянов һүҙҙәренсә, рейдтар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
«Әлеге ваҡытта Иглин районында Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1506-сы саҡрымында, Ауырғазы районында Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 81-се саҡрымында, Өфө биләмәһендә Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 1-се саҡрымында, шулай уҡ Октябрь проспектында «Ҡала советы» йәмәғәт транспорты туҡталышы янында тикшереүҙәр бара. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән тыш, унда Ространснадзор, федераль суд приставтары хеҙмәте, федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша», — тине Владимир Севастьянов.