Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 16:25

Миҙал һәм 50 мең һум

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум түләнә. Беҙҙең райондан дүрт әсә бар...

Миҙал һәм 50 мең һум
Миҙал һәм 50 мең һум

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 30 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында — Баймаҡ (беҙҙең райондан 4 әсә), Балтас, Белорет, Бишбүләк, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Дәүләкән, Дыуан, Ишембай, Ҡыйғы, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Учалы, Саҡмағош райондарынан, Нефтекама, Күмертау һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.  

Миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо йылдар эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум түләнә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в