

Әсәләрҙе һөйөндөрөп, яугирҙәрҙең рухын шатландырып
Район китапханаһында үткән фәһемле осрашыу моңһоу уйҙарға ла һалды, әсәлек бөйөклөгөнә, ҡаҡшамаҫ рухына һоҡланыу ҙа уятты.
Эйе, бөгөн бында улдары Чечен ғәрәсәтендә һәм Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған әсәләр йыйылды. Күңелдәргә үтеп ингән сараны район китапханаһы директоры Зилә Мортазина алып барҙы. Әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирергә, уларҙы борсоған проблемалар хаҡында һөйләшергә, ғөмүмән, күҙгә-күҙ ҡарашып, бар уйҙарҙы уртаға һалыу өсөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, бар социаль хеҙмәттәрҙең етәкселәре йыйылды.
Район етәксеһе һүҙ алып: “Әсә көнө алдынан һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Йылдар дауамында беҙҙең Рәсәй әсәләре яҙмыштың төрлө һынауҙары аша үтә. Әммә улар бер ҡасан да һынып-бөгөлөп төшмәй, һәр саҡ сабыр һәм башҡаларға өлгө булып ҡала. Бөгөн бында йыйылған әсәләр нәҡ шундайҙарҙың рәтенән. Шуға күрә бөгөн беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла батырҙарса ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләре лә һәр саҡ беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Яугирҙәребеҙҙе юғалтыу – беҙҙең уртаҡ оло ҡайғы. Уларҙың яҡындары ла ныҡлы иғтибарҙа буласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров та был хаҡта һәр сығышында әйтеп үтә. Бөгөн яугирҙәрҙең яҡындарына ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр хәрәкәте, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы, эшҡыуарҙар берекмәһе, башҡа учреждениелар көсөн йәлләмәй. Ҡәҙерле әсәләр, һеҙ беҙҙең өсөн яҡынһығыҙ һәм ҡәҙерлеһегеҙ. Минең ишектәрем һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. Ниндәй һорау булһа ла, мөржәғәт итегеҙ, беҙ уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырышырбыҙ”,-тип һөйләп үтте.
Хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов та әсәләрҙе яҡынлашып килгән Әсә көнө менән ҡотланы һәм иң изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан пенсия фонды идаралығы, дауахана, юристарға ҡағылған һорауҙарға яуаптар бирелде. Ирекмәндәрҙең ниндәй ярҙам күрһәтеүе менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булды. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова әсәләргә уларға кәрәкле тейешле хеҙмәттәрҙең телефон һандары яҙылған белешмә әҙерләргә тәҡдим итте. Әсәләр үҙҙәрен борсоған һәр һорауға яуап алып осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе. Улар үҙҙәренең хәлен белеп, улдарын бер ҡасан да онотмаған “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһына иң изге теләктәрен еткерҙе. Ә инде был әсәләрҙең: “Мобилизацияға алынған егеттәребеҙгә ярҙамға беҙ ҙа теләп ҡушылабыҙ, кәрәк сағында аҡсаһын да бирәбеҙ, ойоҡбаштар бәйләйбеҙ. Иң мөһиме – иҫән-һау ғына ҡайтһындар”,-тиеүе йөрәкте семеткеләп алды. Эйе, был әсәләр йөрәк ярып сыҡҡан баланы юғалтыу – һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ һәм бер ҡасан уңалмаҫ ҡайғы икәнлеген яҡшы белә. Шуға күрә улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә хәлдәрен килгән тиклем ярҙамын да йәлләмәй, изге доғаһын да ҡалдырмай.
Осрашыуға килгән әсәләргә гөлләмәләр һәм бүләктәр тапшырылды. Артабанғы һөйләшеү 3-сө мәктәптә ойошторолған сәй табыны артында үтте. Эйе, уртаҡ ҡайғы кисергән көслө әсәләрҙең бер-береһенә һөйләр һүҙҙәре лә, йәндәренән урғылып сыҡҡан уй-хистәре лә, уртаҡлашыр серҙәре лә күп ине...
Гүзәл Иҫәнгилдина.