Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 06:00

Яугирҙәребеҙҙе ныҡ ҡына шатландырасаҡ ярҙам әҙерләнә

Был хаҡта район башлығы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә әйтте...

Яугирҙәребеҙҙе ныҡ ҡына шатландырасаҡ ярҙам әҙерләнәЯугирҙәребеҙҙе ныҡ ҡына шатландырасаҡ ярҙам әҙерләнә
Яугирҙәребеҙҙе ныҡ ҡына шатландырасаҡ ярҙам әҙерләнә

Яугирҙәребеҙҙе ныҡ ҡына шатландырасаҡ ярҙам әҙерләнә

Был хаҡта район башлығы аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә әйтте

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән кәңәшмәлә район-ҡала буйынса булған аҙналыҡ хәл-ваҡиғалар анализланды, үткән сараларға баһа бирелде, алдағы көндәргә план ҡуйылды.

Берҙәм диспетчер хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бер аҙна эсендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса 111 шылтыратыу ҡабул ителгән. Граждандарҙың мөрәжәғәте хәл итеү өсөн тейешле етәкселәргә еткерелгән.

Район етәксеһе Стәрлетамаҡ районында булған, ете кешенең ғүмерен өҙгән янғынға ла туҡталды. “Янғын хәүефһеҙлеге тәүлек әйләнәһенә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Айырыуса ҡышҡы осорҙа. Ошо арала йылына бер нисә мәртәбә үткәрелгән рейд үткәрелергә һәм уның буйынса һығымта яһалырға тейеш”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Эйе, район-ҡала етәкселәре һәм янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре һәр ауылға рейдҡа сыға. Уның барышында хәүеф төркөмөнә ингән кешеләрҙең йорттары ҡарала, электр сымдары, мейес, электр приборҙарының төҙөклөгө тикшерелә. Был янғын хәүефе тыуҙырған йорттарҙы билдәләргә ярҙам итә.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев коммуналь хеҙмәттәрҙең ял көндәрендә яуған көслө ҡарҙы еңеп сығыуын әйтеп үтте. Радмир Фитрат улы шулай уҡ халыҡтан килгән ялыуҙарҙы ла тикшереп, улар күтәргән проблемаларҙы ваҡытында хәл итергә тырышыуҙарын белдерҙе. Ул шулай уҡ ҡала буйлап хәүеф төркөмөнә ингән граждандарҙың йорттарына рейд үткәреләсәген белдерҙе. Маҡсат – янғын хәүефһеҙлеген тикшереү.

Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Илдар Бәхтийәров халыҡ һаулығына туҡталды. “Коронавирус ауырыуының әҙәйеүе күҙәтелә. Уның менән ауырып, амбулатор рәүештә дауаланыусылар юҡ. Ә ковидтан стационар дауаланыуҙы Сибайҙа биш кеше ала. ОРВИ ауырыуҙарының да был аҙнала кәмеүе күҙәтелә. Коронавирусҡа ҡаршы вакциналар бар. Әлеге ваҡытта беҙҙә Өфөнән килгән офтальмолог, отоларинголог, гинеколог-узист эшләй. Был беҙҙең табиптарға ҙур ярҙам”,-тип һөйләп үтте ул.

Фәнис Әминев мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам тураһында ла әйтеп үтте. “Мин көн һайын улар менән һөйләшәм. Яҡташтар беҙҙән килеп торған ярҙамға ҙур рәхмәтен белдерә. Шулай уҡ беҙҙең батальондарҙың имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов менән дә бәйләнештәбеҙ”,- тине ул.

Район етәксеһе әлеге ваҡытта мобилизацияланған ир-егеттәребеҙ бик ҡыуанасаҡ бер ярҙам әҙерләнеүе тураһында ла әйтеп үтте. Уны әҙерләү уйы Хәмзә хәҙрәт менән һөйләшкәндән һуң килеп, бер эшҡыуар эшкә тотонған да инде. Был нимә икәнлеге әлегә сер булып ҡалһын. Ә инде декабрь уртаһында оҙатыласаҡ гуманитар обозда ошо бүләк беҙҙең ир-егеттәргә ебәрелеп, улар бик ҡыуаныр, тип уйлайым.

Мәғлүм булыуынса, ял көндәрендә беҙҙә БР спорт министры Руслан Хәбибов булып китте. Һәм һөйөнөслө хәбәр – баймаҡтар күптән хыял йөрөткән Боҙ һарайы төҙөлә башланасаҡ. Спорт министры уның буласаҡ урынын ҡарап китте. Проект буйынса объектты тапшырыу 2024 йылға ҡаралһа ла, Фәнис Ғәбдрәшит улы уны тиҙләтеү тураһында уйлай. Ул был ҙур эштең республика Башлығы Радий Хәбировтың, Хөкүмәттең ярҙамы менән эшләнеүен белдереп, уларға рәхмәтен еткерҙе.

Оператив кәңәшмәнең тантаналы өлөшөндә Фәнис Әминев район Советы секретары Рөстәм Рафаэль улы Сәйетовты 60 йәше менән ҡотланы. “Рөстәм Рафаэль улы район башлығы булған осорҙа тыуған еребеҙҙә ҙур эштәр атҡарылды. Әле лә ул беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ һәм кәңәшсебеҙ булып ҡала”, тине район етәксеһе юбилярҙы тәбрикләп.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас