«Гәләбәш түңе буйында». Ошондай исем аҫтында Хәйбулла районының Аҡьяр ауылының район мәҙәниәт йортонда төбәк милли кейем бәйгеһе башланды. Республикабыҙҙа киң билдәле, башҡорт фольклорын, ғаилә көнкүреш йолалаларын өйрәнеүсе, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүсе, башҡорт ете ырыуының ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрен тергеҙеүсе, сәсәниә, билдәле шәхес Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованың яҡты иҫтәлегенә арналған бәйгелә Хәйбулла, Баймаҡ, Көйөргәҙе райондарының оҫталары йыйылды. Сараны йәмләп килгән Өфө ҡунаҡтары араһында республика ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмғиәт етәксеһе Гөлфиә Янбаева, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина һәм сараның төп бағымсыһы - Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙының ейәнсәре - Рәзилә Туғыҙбаева һәм туғандары бар.
Баймаҡ районы ағинәйҙәре исеменән конкурста Иҫке Сибай ағинәйҙәре үҙҙәре тергеҙгән "Бөрйән ырыуы" милли кейеме һәм биҙәүестәре менән ҡатнаша — бөтә кейем дә стилләштерелмәгән, һатып алынмаған, ательела тектерелмәгән, ә ағинәйҙәрҙең үҙ ҡулдары менән тегелгән (тергеҙелгән ) кейем, биҙәүестәрҙе тәҡдим итә.