Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
21 Ноября 2022, 09:45

Һаҡмар ағинәйҙәренән - оҫталыҡ дәресе

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Селтәр йәки түшелдерек – башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеменең иң сағыу биҙәге. Уның тураһында нәфис әҙәбиәттә лә һәм фольклорҙа ла осратырға мөмкин. Мәҫәлән, Таңсулпан Ғарипованың «Ай менән ҡояш бер генә» китабында үҫмер ҡыҙ бала Ғәлиә үҙ ҡулдары менән түшелдерек-хәситә яһай.

Халҡыбыҙҙың шундай матур йолаһын тергеҙеп, Һаҡмар ауылының Сания Абдуллина етәкселегендәге ағинәйҙәре лә ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. 
Ҡыҙҙар был эшкә бик теләп, тырышып тотондо. Күҙҙең яуын алыр хәситәләр, һаҡал, селтәр, түшелдеректәр эшләү, белеүегеҙсә, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Бер ултырыуҙа тулыһынса өлгөрөп булмай. Шунлыҡтан эште дауам итеү өсөн тағы ла оҫталыҡ дәресе буласаҡ. 

Һаҡмар ағинәйҙәренән - оҫталыҡ дәресе
Һаҡмар ағинәйҙәренән - оҫталыҡ дәресе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас