Йәмғиәт
17 Ноябрь 2022, 03:45

Ағинәйҙәр - ил ҡото

Ниғәмәт ауыл китапханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Ағинәйҙәр - ил ҡото" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү үтте.

Ниғәмәт ауыл китапханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Ағинәйҙәр - ил ҡото" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү үтте. Был күркәм сараның төп ҡунаҡтары итеп Рәйсә Хәсәнова менән Рәмилә Бәхтиева саҡырылды. Ауылдың имам-хатибы Сәлих хәҙрәт Кәримов та ситтә ҡалманы. "Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүгә мобилизацияланған егеттәребеҙҙең әсәләре, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары йыйылды. Сараның башында Сәлих хәҙрәт фатихаһын бирҙе. Артабан Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы менән Рәмилә Сәфәрғәле ҡыҙы, бер-береһен тулыландырып, йөпләп, бик фәһемле, кәрәкле, файҙалы әңгәмә ойошторҙолар. Бөгөнгө заманда иң беренсе кешелеклелек сифаты - иманлы булыу кәрәклеге тураһында бик ябай ҙа, аңлайышлы ла, күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләнеләр. Аҡ яулыҡлы, мөләйем, күркәм йөҙлө апайҙарҙың үҙҙәренең тормош һабаҡтары, кисергәндәре тураһында бәйән итеүҙәрен тыңлау, бар ҡатнашыусыларҙың да күңелдәрен тетрәндергәндер. "Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеү, фекер алышыу бик йәнле барҙы. Фәрзәнә Мөхәмәтшина менән Фәнүрә Ғәббәсова башҡарыуында нәфис һүҙ, Рәйсә Мырҙағәлинаның йыры осрашыуға йәм өҫтәне. Һалдаттарҙың имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарына, илдең именлегенә Сәлих хәҙрәт доға бағышланы. Ағинәйҙәр күңелдәренә рухи аҙыҡ, дини белем, бай мәғлүмәт алып таралышты.

Ағинәйҙәр - ил ҡото
Ағинәйҙәр - ил ҡото
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас