Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 06:10

Ҡыш бабай ҡабул итәсәкме?

Ҡыш бабайҙың резиденцияһы асыла...

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла, тип хәбәр итте ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Бизнес FM эфирында.

Уны Ағиҙел йылғаһы буйында урынлаштырылыу күҙаллана.

Мәүлиев әйтеүенсә, Өфө — миллионлы ҡала, балалар ныҡ күп. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына байтаҡ ҡунаҡтар килә. Барыһының да Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу теләге ҙур.

«Һис шикһеҙ, балалар өсөн был күңелле байрам. Бөгөн беҙ уның урынын билдәләйбеҙ. Мин үҙем Ағиҙел яры буйында урынлаштырыу яҡлымын, сөнки унда һырғалаҡ та бар, Ҡыш бабай резиденцияһын да шунда асһаҡ, яҡшы булыр ине», — тип иҫәпләй баш ҡала мэры.

Резиденция 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләр тип көтөлә.

Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһына ысын Ҡыш бабайҙы килтерергә теләйҙәр. Әлегә Бөйөк Устюг менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип өҫтәне муниципалитет башлығы.

Беҙҙең Баймаҡта ла Ҡыш бабай балаларҙы һөйөндөрөп, улар менән осрашыуҙар үткәрһә, Ҡыш бабайҙың резиденцияһы ла булһа, ҡайһылай шәп булыр ине, шулай бит! Хыялланайыҡ әле, хыялдарҙың тормошҡа аша торған ғәләмәте лә бар бит ул!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас