Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә...
Уҙған аҙнала Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда булған ҡот осмалы хәл барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Өйҙәре янып китеү сәбәпле, тотош ғаилә ҡыш өҫтөндә урамда тороп ҡалды. Быға кем, дөрөҫөрәге, нимә сәбәпсе булған, тип уйлайһығыҙ? Ҡарауыҡҡа бер ниндәй хәүеф янамаған телефондың заряднигында! Эйе, эйе, тап шуның арҡаһында тотош бер ғаилә күҙ асып йомғансы йылдар буйы йыйған мөлкәтенән яҙҙы.
Бөгөн һәр өйҙә бер нисә телефон, смартфон, плашет бар. Уларға шул ҡәҙәр өйрәнгәнбеҙ, хатта бер көн түгел, бер сәғәт тә тора алмаҫ кеүекбеҙ. Телефоныңды өйҙә онотоп сығып китһәң дә һине юғалтып бөтәләр, шуның өсөн ҡайһы берәүҙәр оло ғауға сығарыуға ла һорап тормай. Һәр ваҡыт бәйләнештә булыр өсөн, әлбиттә, телефондың тулы зарядкала булыуы мотлаҡ. Уның өсөн беҙ көнө-төнө зарядкаға ҡуябыҙ. Ә ул осраҡта ниндәй ҡағиҙәләрҙе күҙәтергә кәрәк? Нимәгә иғтибар итергә? Телефонды төнгөлөккә заряд йыйыуға ҡалдырырға яраймы?
- Беҙҙә кешенең үҙенә булған ҡарашы ҡыҙыҡ ҡоролған, - тине Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса янғын хәүефһеҙлен күҙәтеү бүлеге инспекторы Илдар Әбүбәкиров. - Мәҫәлән, һәр кем телефонын төшөрөп ебәрмәҫ һәм ярмаҫ өсөн уны һаҡлап, ҡәҙерләп тота. Шул уҡ ваҡытта үҙенең ғүмерен шул телефон хаҡындай ҙа ҡуймай. Күптәр уны зарядка йыйҙыртыу өсөн төнгөлөккә ҡалдыра. Бәғзеләр хатта шул көйө яҫтыҡ аҫтына тығып, йәки карауат, диван эргәһенә һалып, татлы йоҡоға сума. Иртәнсәк эшкә ҡабаланған саҡта, телефонын һурып алып сығып йүгерә. Ә зарядниктың үҙе розеткала тороп ҡала. Ҡайһы ваҡыт уларҙы айҙар буйы һурып алырға кәрәклеген дә “оноталар”. Ләкин шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: розеткала торған телефон заряднигы электр энергияһы ҡеүәте аҫтында тора һәм уның янғын сығарыуға булышлыҡ итеүе бар. Дөрөҫ, ундай бәхетһеҙ осраҡтар йыш була, тип әйтә алмайым. Ләкин улар менән шаярырға ярамай. Үрҙә әйтеп кителгән миҫал да быны иҫбатлай.
Ысынлап та, мобиль телефонының инструкцияһында асыҡ яҙылған: хәүефһеҙлек сиктәрендә, зарядникты мотлаҡ һүндереп йөрөргә! Ләкин күп осраҡта уны күҙәтмәйбеҙ. Уларҙың электр энергияһының төрлө көсөргәнешле ваҡытына тура килеп, янып китеүе ихтималлығы иҫебеҙгә лә төшмәй. Хәҙерге телефондарҙың янғындан һаҡлаусы системалары бар. Ләкин бында ла тынысланырға ярамай. Сөнки һәр ҡоролманың хеҙмәт итеү ваҡыты сикләнгән. Телефондың корпусы ирергә һәм янып китеүе ихтимал.
Тағы ла бер ҡағиҙәне күҙәтеү мотлаҡ: һәр телефондың йәки планшеттың үҙ заряднигы бар. Тап уларҙы ғына ҡулланырға кәңәш итәм. Ҡайһы бер осраҡта беҙ уларға яраған зарядниктарҙы ҡулланабыҙ. Әгәр ҙә улар ҡеүәтлерәк икән - телефон көсөргәнешлек кисерәсәк. Һөҙөмтәлә аккумуляторҙың шартлауы ихтимал.
Яҙғы-йәйге ваҡытта, йәшенле ямғыр осоронда, розеткала ҡалдырылған зарядник ҙур хәүеф тыуҙыра. Йәшен атҡанда эшләп торған ҡоролмаларҙың сафтан сығыуы бар. Шул иҫәптән, зарядниктарҙың да иреп, янып китеүе ихтимал. Шуның өсөн дә, телефон көс йыйғандан һуң, мотлаҡ уны розетканан һурып алырға кәңәш ителә.
Янғынды булдырмаҫ өсөн һәр кем үҙ өйөндә хәүефһеҙлек сараһын тикшерһен ине. Электр энергияһы линияһының, розеткаларҙың, көнкүреш техникаһының төҙөклөгөн ҡарап сығырға, кәрәк икән уларҙы төҙәтергә күп ваҡыт та талап ителмәй. Мейестәрҙе лә иғтибарҙан ысҡындырмағыҙ. Төтөн тартыу юлын даими таҙартып тороу кәрәклеген иҫтән сығармағыҙ. Шул уҡ ваҡытта янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма алып ҡуйыу мәжбүрилеген дә онотмағыҙ. Уның ярҙамында йыл башынан 747 кешенең, шул иҫәптән 280 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған.
Һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың ғүмере берәү генә!
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:y5nnSmB8C_E