Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2022, 09:00

Буранбайҙың оҫта ҡуллы хужабикәләре йыйылды

Аҡыл эшенән арығанда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән дә яҡшыһы юҡтыр, моғайын. Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү менән күптәр шөғөлләнә. Тап ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Аҡыл эшенән арығанда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән дә яҡшыһы юҡтыр, моғайын. Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү менән күптәр шөғөлләнә. Тап ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба...
Беҙҙең ауылда ла үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Ошо көндәрҙә шундай оҫтабикәләребеҙҙең эштәре менән таныштыҡ. Ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйе Минниямал Ғоссам ҡыҙы Раева селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уларҙың һәр береһенә алтын ҡуллы ағинәйебеҙҙең күңел йылыһы һалынған. Күңелендә булған илаһилыҡты, ҡулдарынан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп башҡалар менән дә бүлеште.
Шулай уҡ уңған, оҫта ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе  Йәмлегөл Нур ҡыҙы Ғәйетбаева үҙенең ҡул эштәре, алмаз мозаикаһынан картиналар ижад итеү менән шөғөлләнә.
Һеҙҙең күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәрегеҙ матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Афарин, ауылыбыҙ уңғандары! Һеҙгә һаулыҡлы, оҙон ғүмер теләйем!Ҡулдарығыҙ арымаһын, күҙҙәрегеҙ талмаһын, ижад шишмәләрегеҙ ҡоромаһын!

Зәкиә Ғәйетбаева,

Буранбай ауыл китапханасыһы.

Буранбайҙың оҫта ҡуллы хужабикәләре йыйылды
Буранбайҙың оҫта ҡуллы хужабикәләре йыйылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас