Йәмғиәт
5 Ноябрь 2022, 08:00

Бер алманы бишкә бүләйек...

Татлыбай ауылында ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә һүҙ быуындар бәйләнеше, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, бәҫе, тормошҡа булған ҡараштары тураһында барҙы. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Татлыбай ауылында ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә һүҙ быуындар бәйләнеше, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, бәҫе, тормошҡа булған ҡараштары тураһында барҙы. Тыуған ауылын һағынып ҡайтҡан ауылдаштар өсөн нигеҙ һыуытмай, донъя йөгөн күңеллерәк тартыу өсөн бергәбеҙ, тип әйтелде. Унда шулай уҡ махсус хәрби операцияға мобилизацияланған егеттәргә хәйриә акциялары ойоштороуҙа күрһәткән эштәр һәм уларҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерелде. Сара татлыбайҙарға хас булғанса, ихласлыҡ, йомартлыҡ, йылы һүҙҙәргә бай, күңелле хистәр менән бергә үрелеп барҙы.

Ауылдың ветеран уҡытыусыларының, Кәрешкә ауылынан килгән ҡунаҡ Гүзәл Зәйнулла ҡыҙының, урындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Фирүзә Азат ҡыҙының аҡыллы кәңәштәре бик тә урынлы булды. 

Сарала ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла ҡатнашты. Уларҙың тәмле күстәнәстәре кисәбеҙҙе биҙәне.

Тағы ла шуныһын да өҫтәп китергә кәрәк, беҙҙең ауылда бөтә йәмәғәт ойошмалары бер-береһенән айырылмай, бергә тупланып эшләй.

Ағинәйҙәр ҙә, ҡатын ҡыҙҙар советы ла, фольклор ансамбле лә бергә ҡушылып, бергә эшләй. Милли кейем кейгән, милләтен ихтирам иткән һәр кемдең күңеле таҙа булырға тейеш, уларҙа кешелә насарлыҡҡа урын юҡ, тип уйлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың йолалаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуынға дөрөҫ итеп тапшырыу буйынса эш алып барабыҙ.

Бындай осрашыуҙар артабан да ойоштороласаҡ, тигән берҙәм фекер менән таралыштыҡ.

Ләйсән Ахмадуллина.

Бер алманы бишкә бүләйек...
Бер алманы бишкә бүләйек...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас