"Быҙаулыҡ" һыуһаҡлағысына (Йылайыр районының Матрай ауылы эргәһендә) быға тиклем булмаған сазан, ике төр карп һәм аҡ амур балыҡтарын ебәрҙеләр. Уларҙы балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар, һыу аҫтында балыҡ тотоуҙы үҙ иткәндәр һатып алыуға ҙур булышлыҡ иткән. Тантаналы мәлдә улар үҙҙәре лә булды.
Сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты.
Сығанаҡ: Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың диуарынан алынды.