+21 °С
Болотло
Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙ Икенсе Бөтә донъя этнотуризм форумында ҡатнаша. Улар башҡорт халҡының кәсептәренен күрһәтә. Айырып әйткәндә һарыҡ йөнөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу, тире эшкәртеү һәм тултырма тултырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итәсәк. Сара иртәгә Иглин районында бара.