Йәмғиәт
1 Ноябрь 2022, 17:00

Башҡортостан йәмәғәт палатаһында яңы ағза

Ул - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән, хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, эске эштәр бүлеге ветераны, запастағы милиция капитаны Тимерйән Рәжәпов. Уның кандидатураһын республика парламенты раҫланы. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ул - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән, хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, эске эштәр бүлеге ветераны, запастағы милиция капитаны Тимерйән Рәжәпов. Уның кандидатураһын республика парламенты раҫланы.

Тимерйән Рәжәп улы Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән. Афған һәм Чечен яуын үткән яугир бөгөн Луганск, Донецк республикалары халҡына ярҙам күрһәтә. Ул шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларға ла булышлыҡ итәсәген белдерә.

Тимерйән Рәжәпов "Башҡорт хәрби хәрәкәттәр ветарандары союзы" йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе. Уның башланғысы менән октябрҙә Салауат районы Мийәшәгәр ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Хөснетдиновҡа бюст ҡуйылды. Тимерйән Рәжәпов 2021 йылда "Атайсал" проектында ҡатнашып еңеү яулай. 

Яҡташыбыҙға тағы ла яуаплыраҡ бурыс өҫтәлде. Уға бары тик уңыштар, еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: VeBEBYVqd8I

Башҡортостан йәмәғәт палатаһында яңы ағза
Башҡортостан йәмәғәт палатаһында яңы ағза
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас