Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 13:00

«Шүлгәнташ” музейын ҡарайым тиһәгеҙ

«Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексына 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә бушлай инергә мөмкин

«Шүлгәнташ” музейын ҡарайым тиһәгеҙ«Шүлгәнташ” музейын ҡарайым тиһәгеҙ
«Шүлгәнташ” музейын ҡарайым тиһәгеҙ

Бөрйән районындағы «Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексына 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә бушлай инергә мөмкин. Музей “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла.

Шүлгәнташ мәмерйәһе донъяһына һәм кешелек тарихына сәйәхәт киске сәғәт 5-тә башлана. Унда музейға экскурсиянан тыш, бай мәҙәни программа күрһәтеләсәк. Был сара үткән көндө музей киске сәғәт 5-тән төнгө 10-ға тиклем эшләй.

Музейға килеүселәргә квест-уйын үткәреләсәк, “Урал батыр” фильмы күрһәтеләсәк. Теләге булғандар оҫталар ярҙамында ҡурай эшләп ҡарай аласаҡ, йәйәнән уҡ атып мәргәнлеген һынаясаҡ. Бәләкәстәр өсөн балалар зонаһында айырым саралар ҡаралған.

Өҫтәмә мәғлүмәт алырға һәм төркөм менән барырға теләүселәр 8 917 369 76 56 телефоны буйынса музей администраторына мөрәжәғәт итә ала.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас