Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 14:55

Ишмырҙа ағинәйҙәре "Йома сәйе"нә йыйылды

Әйҙәгеҙ әле, бергәләп Йома сәйе эсәйек, Үҙебеҙҙең тирә-яҡҡа Иман нуры сәсәйек... Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Әйҙәгеҙ әле, бергәләп

Йома сәйе эсәйек,

Үҙебеҙҙең тирә-яҡҡа

Иман нуры сәсәйек!

Йома сәйе - башҡорт халҡының матур һәм боронғо йолаларының береһе. Мосолмандарҙа йома - көндәрҙең иң олоһо һәм изгеһе. Был көн тураһында күп кенә хәҙистәр, фарыз- ғәмәлдәр бар. Йома көн мәсеттәрҙә йома намаҙы үтәлә, ҡатын-ҡыҙҙар был көндө өйҙә тәмле еҫтәр сығарып, ҡоймаҡ ҡойоп, ғаиләһен, яҡындарын һыйлай. Элекке ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, тергеҙеү маҡсаты менән, Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре ауыл клубына "Йома сәйе" йолаһына йыйылды. Йома сәйе алдынан илдәге ҡатмарлы хәлдәр тураһында һөйлашеү булды. Өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттаргә имен-һау йорөп, тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аят бағышланыҡ, хәйерҙәр тараттыҡ. Һөйләшеү, әңгәмә сәй табыны артында дауам итте. Ҡатын-ҡыҙҙар тәмләп сәй эсеп, йома көнөнөң тәрбиәүи әһәмиәте ҙурлығына инанып таралышты. Гүзәл Ғөбәйҙуллина, Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

Ишмырҙа ағинәйҙәре "Йома сәйе"нә йыйылды
Ишмырҙа ағинәйҙәре "Йома сәйе"нә йыйылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас