Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 16:45

Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе

Бөгөн Гүзәл Монасипова етәкселегендәге район "Ағинәйҙәр" ойошмаһының сираттағы ултырышы үтте. Унда "Йөрәк йылыһы" акцияһы сиктәрендә урындарҙа алып барылған эштәр буйынса сығыштар тыңланды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Бөгөн Гүзәл Монасипова етәкселегендәге район "Ағинәйҙәр" ойошмаһының сираттағы ултырышы үтте. Унда "Йөрәк йылыһы" акцияһы сиктәрендә урындарҙа алып барылған эштәр буйынса сығыштар тыңланды. Халҡыбыҙҙың "Һалдат оҙатыу" йолаһын дөрөҫ кенә итеп башҡарыу буйынса фекерҙәр алышынды. Уларға доғалыҡ яҙылған бетеү, тыуған еренең бер ус тупрағы һалынған янсыҡтар тапшырыла. Шулай уҡ теләктәр әйтеп, бер телем икмәк тешләтеп, һөт эсереү мотлаҡ һанала. Ултырышта шулай уҡ "өс йән" имләү, мейе ултыртыу йолалары күрһәтелде. Хаталар өҫтөндәге эште дауам итеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме - ҡашмау тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. "Ағинәйҙәр"ҙең ултырышы хаҡындағы тулыраҡ мәғлүмәт менән "Һаҡмар" гәзитенең киләһе һанында танышырһығыҙ.

Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе
Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас