Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2022, 15:20

Һыу - бар байлыҡтан ҡиммәт буласаҡ

Киләсәктә алтын-көмөштәр, нефть-газ түгел, ә иң ҡиммәтле байлыҡ ябай һыу буласаҡ. Ябай тиелһә лә, һыуҙа байтаҡ йомаҡ йәшерелгән. Ғалимдар уны тикшереүҙе һаман дауам итә һәм ҡыҙыҡлы асыштарға юлыға. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре...

Һыу - бар байлыҡтан ҡиммәт буласаҡ
Һыу - бар байлыҡтан ҡиммәт буласаҡ

Киләсәктә алтын-көмөштәр, нефть-газ түгел, ә иң ҡиммәтле байлыҡ ябай һыу буласаҡ. Ябай тиелһә лә, һыуҙа байтаҡ йомаҡ йәшерелгән. Ғалимдар уны тикшереүҙе һаман дауам итә һәм ҡыҙыҡлы асыштарға юлыға. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре:

Юнеско мәғлүмәттәре буйынса, иң таҙа һыу Финляндияла. Саф тәбиғи һыуҙы тикшереүҙә 122 ил ҡатнашҡан. Шул уҡ ваҡытта 1 миллиард кеше даими файҙаланған һыу – һаулыҡ өсөн хәүефле.

Һыу – тормоштоң нигеҙе. Мәҫәлән, йәнлектәрҙең һәм балыҡтарҙың – 75, медузаларҙың – 99, картуфтың – 76, помидорҙың – 90, алманың – 85, ҡыярҙың – 95, ҡарбуздың 96 проценты һыуҙан тора.

Яңы тыуған балала – 86, өлкәндәрҙең тәнендә 50 процентҡа тиклем һыу бар.

Һыу – йәшәү бүлек кенә итмәй, уны ... тартып та алыусы. Донъялағы бөтә ауырыуҙарҙың 85 проценты һыу аша тарала. Йыл һайын шундай сирҙәрҙән 25 миллион кеше вафат була.

Кеше тәнендәге 2 процент һыу юғалһа ла, ул ныҡ сарсай. Һыу юғалтыу 10 процентҡа етһә, кешелә галлюцинация башлана. Был кимәл 12 процентҡа етһә – кеше аяғында баҫып тора алмай, табип ярҙамына мохтаж була. Ә инде һыу юғалтыу 20 процентҡа барып етһә, кеше үлә.

Планеталағы һыуҙың күп өлөшө эсергә яраҡһыҙ. Ни бары 3 процентын эсергә ярай. Ошо 3 кенә проценттың да ҙур өлөшөн файҙаланып булмай, сөнки улар боҙлоҡтарҙа, туңған хәлдә.

Кешенең һыуға ихтыяжы, кислородтан ҡала, икенсе урында. Кеше аҙыҡһыҙ – алты көн, һыуһыҙ биш-ете тәүлек кенә йәшәй ала. Барлыҡ ғүмере эсендә кеше 35 тонна һыу эсә.

Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, эҫе һыу, һыуыҡ һыуға ҡарағанда, тиҙерәк боҙға әйләнә. Быға аныҡ ҡына аңлатма юҡ әле.

Туңған таҙа һыуҙы артабан да һыуытһаң нимә була? Цельсий буйынса 120 градус һалҡынлыҡҡа еткәс, ул үтә йәбешкәккә һәм һуҙылыусанға әйләнә, ә 135 градусҡа етһә, “быяла” хасил була. “Быяла” һыу – кристалл төҙөлөшө бөтөнләй булмаған ҡаты матдә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: