Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь , 15:50

Исемдәрең матур... Кем ҡушҡан?

Исем - кешенең йәшәү рәүешен, холоҡ-фиғелен, рух кимәлен, рухи хәлен алдан иҫкәртә. Шуға күрә сабыйға исем ҡушҡанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Мәғәнәһеҙ йәки мәғәнәһе аңлашылмаған исем ҡушыу сабыйҙың киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү була...

Исемдәрең матур... Кем ҡушҡан?
Исемдәрең матур... Кем ҡушҡан?

Исем – кешегә бирелгән код. Ул кешенең йәшәү рәүешен, холоҡ-фиғелен, рух кимәлен, рухи хәлен алдан иҫкәртә. Шуға күрә сабыйға исем ҡушҡанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Мәғәнәһеҙ йәки мәғәнәһе аңлашылмаған исем ҡушыу сабыйҙың киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү була. Исемдең есеменә тура килеүе бар.

Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер таралған исемдәрҙең мәғәнәһенә туҡталып үтәйек.

Фирҙәүес – емеш ағасы, Дилбәр – күңелде үҙенә тартыусы, Һәҙиә – бүләк, Зариф – зирәк, Раушан, Раушания – яҡты, Фәғилә – эшлекле, Мөхтәрәмә – хөрмәтле, Мозафир – еңеүсе, Мөнир – нур биреүсе, Мәймүнә – бәхетле, Диләрам – күңел йыуанысы, Рафиҡ – иптәш, Сәләх – яҡтылыҡ, Мәжит – данлы, Тәғзимә – ҡәҙерле, оло, Мәғфүр - пак, гонаһтан азат, Фуат – йөрәк, Ришат – дөрөҫ юлға сыҡҡан, Зөһрәт – гүзәл, Зәки – ғәйепһеҙ, пак, Сәйҙә – мөхәббәт, хыял, Зөлфиә – бөҙрә сәсле, Зыя -нур, Ғәйшә – йәшәү, Диләфрүз – шатландырыусы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в