Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2022, 17:05

САБЫР ҮЛӘНЕ

Ҡыҙҙарҙың береһе әрйәне әле бер иңенә, әле икенсе иңенә алмаштыра-алмаштыра барып та хәле ҡалмағас: “Уф!” -тип ергә сүгәләп ултыра ла...

САБЫР ҮЛӘНЕ
САБЫР ҮЛӘНЕ

Сабыр үләне

Әрйәләренә йомортҡа тултырып ике ҡыҙ баҙарға юл тота.

Ҡыҙҙарҙың береһе әрйәне әле бер иңенә, әле икенсе иңенә алмаштыра-алмаштыра барып та хәле ҡалмағас: “Уф!” -тип ергә сүгәләп ултыра ла:

- Һинең дә йомортҡаларың минеке тиклем үк бит. Нисек һин шулай тыныс ҡына бараһың, етмәһә, уйнап-көлөп тә алаһың?-ти икән.

Икенсе ҡыҙ әйткән:

- Дөрөҫ, миңә лә еңел түгел. Тик айырма шунда: әрйәмә мин ауырлыҡты еңеләйтә торған бер үлән һалдым.

- Ниндәй үлән?

- Сабыр үләне,-тигән иптәш ҡыҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: