+13 °С
Облачно


Ейәнсәрем күрше малай менән “өй” уйнай. “Тәк, һин-атай, мин-әсәй. Минең хәҙер балам буласаҡ”. Аптырап күҙәтәм быларҙы. Ейәнсәрем күлдәге аҫтына йомшаҡ уйынсыҡты тығып ҡуйҙы ла, бүлмә буйлап ыңғырашып йөрөнө-йөрөнө лә, уйынсыҡты һөйрәп килтереп сығарып: “Эй, минең бәләкәсем, ҡояшым, матурым”,-тип ҡулында бәүетә башланы.
Күрше малай тиҙ арала булып үткән “ваҡиғаларҙы” аңламай ҡалды, шикелле, ситтән күҙәтеп баҫып тик тора. Ейәнсәрем тегегә яман итеп ҡараны ла, “бәпәйен” бәүетә-бәүетә: “Йә, нимә ҡарап тик тораһың?! Бар, аҡса эшлә!”-тип команда бирҙе.
Ә. Кәримова.