Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2022, 15:50

"Ер ҡото"нда бағымсылар осрашасаҡ!

"Халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш проблемаларынан ярҙам иткән, үләндәр йыйған",-тине Гөлнур Ҡолһарина.

"Ер ҡото"нда бағымсылар осрашасаҡ!
"Ер ҡото"нда бағымсылар осрашасаҡ!

Башҡортостанда халыҡ дауалаусыларының «Ер ҡото» республика этномәҙәни фольклор фестивале була. 16 июлдә — Әбйәлил районындағы Айғырбатҡан яланында, ә 17 июлдә Баймаҡ районы Манһар ауылы мәсете (Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейына яҡын ғына) эргәһендәге майҙанда ойошторола.

Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың һәммәһе лә фестиваль эшенә ҡушылырға мөмкин. Тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, ғалим-фольклорсыларға, этнографтарға ла был сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ғаилә менән килергә мөмкин, биләмәлә урынлашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

«Халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш проблемаларынан ярҙам иткән, үләндәр йыйған. Әсәйем гел уның менән бергә йөрөнө һәм беҙгә лә һөйләй торғайны. Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны быуындан-быуынға тапшырырға кәрәк. Һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу кеүек дауалауҙың башҡа төрҙәре көнүрештә даими ҡулланыла, — тип һөйләне Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина. — Халыҡ дауалаусыларынан тыш, табиптарҙы, психологтарҙы, психотерапевтарҙы саҡырҙыҡ».

Әлеге ваҡытта ойоштороу комитетына Башҡортостан райондарынан, Татарстандан 18 ғариза килгән. Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Гөлфинә Юламанова хәбәр итеүенсә, халыҡ табиптарының сертификаттары йәки быуындан-быуынға тапшырыла килгән дауалау шәжәрәләре тикшерелә. Ошо эшкә яңы тотонғандар өсөн фестивалдә Халыҡ дауалаусылары мәктәбенә ҡабул итеү ойошторола.

Проектта Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәгән граждандар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Йәш сикләүе юҡ. Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризаны 13 июлгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Фестивалдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Темалар күп төрлө, мәҫәлән, эскелектән дауаланыу, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттырыу. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар ойошторола. Шулай уҡ хәйриә тирмәһе ҡорола, унда мохтаждар өсөн әйберҙәр, кейем-һалым килтерергә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: