Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 11:30

Ипотека ставкаһы кәметелде

"Льготалы ипотека" программаһы буйынса процент ставкаһын 9-ҙан 7 процентҡа тиклем төшөрҙө...

Ипотека ставкаһы кәметелде
Ипотека ставкаһы кәметелде

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса хөкүмәт "Льготалы ипотека" программаһы буйынса процент ставкаһын 9-ҙан 7 процентҡа тиклем төшөрҙө. Программаның ғәмәлдә булыу ваҡыты һәм уның параметрҙары элеккесә ҡалды. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең рәсми телеграм-каналында хәбәр ителә.

Субсидияланған кредиттың күләме Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре өсөн – 12 миллион һум, Рәсәйҙең башҡа субъекттары өсөн – 6 миллион һум.

1 майҙан льготалы ставка менән ипотека өсөн кредиттың максималь күләме 30 миллион һәм 15 миллион һумға тиклем арттырылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандар 2022 йылдың аҙағынаса ошондай заем алырға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: