Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2022, 10:35

Ҡырҡ кеше иҫтә ҡала

Минең һәр саҡ кешеләргә һәм уларҙың исемдәренә хәтерем насар була торғайны. Хәҙер ике көн эсендә 40 кешене иҫемдә ҡалдырам. Минең тауышым бик тоноҡ була торғайны. Хәҙер ҡысҡырмайынса ла зал тулы ерҙә төрлө бойороҡтарымды еткерә алам. Һәр елдән һыуыҡ тейҙереп ауырый инем. Хәҙер миңә бер грипп төрө лә йоҡмай. Һүрәт төшөрә белмәй инем. Хәҙер хәтерҙән һәр йәнһүрәттең геройҙарын матур итеп эшләйем. Элек һәр саҡ үҙ көсөмдә шикләнә инем. Хәҙер барыһын да күҙемде йомоп, әҙерлекһеҙ, еңел генә башҡарам. Эйе, мин балалар баҡсаһында бер йыл эшләгән тәрбиәсемен. Артабан минең нисек тағы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгемде күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.

Гөлфиә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: