Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2022, 14:00

Баймаҡ ағинәйҙәре - “Әүлиә” шишмәһендә

Икенсе риүәйәттә, беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡан һәм уларҙы ҡырған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар. Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай...

Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе, Әүеш (Әүлиә) тауын барып күрергә кемдәр генә хыялланмай икән! Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, илебеҙҙең, хатта сит яҡтарҙан да унда халыҡ күпләп килә. Ошо көндәрҙә район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова етәкселегендәге бер төркөм ағинәйҙәр мөғжизәле был урынға сәйәхәт ҡылып ҡайтты.

Әүлиә шишмәһе май урталарында аға башлай һәм теүәл бер айҙан юҡ була икән. Уның һыуын борон-борондан шифалы тип һанағандар һәм уны дауаланыу өсөн ҡулланғандар. Был хаҡта күренекле этнограф Лоссиевский ҙа 1883 йылғы хеҙмәттәрендә, башҡорттар шишмә янына ғибәҙәт ҡылырға, дауаланырға йөрөй, тип яҙып ҡалдырған. Тауҙың уртаһынан юл алған шишмәгә һауа торошо, яуым-төшөм йоғонто яһамай. Һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Уның һәр тамсыһын ҡәҙерләп, дарыу һымаҡ, һаҡлап ҡына эсәләр. Әүлиә шишмәһенең һыуын ғалимдар тикшергәндән һуң, уның составында кешегә файҙалы элементтар күп тигән һығымтаға килә.

Ни өсөн Әүлиә шишмәһе тип аталған һуң? Был хаҡта легенда-риүәйәттәр күп. Уларға ҡарағанда, борон был тирәлә йәшәгән халыҡ янына бер кеше килеп сыға. Ул мосолман диненә күсергә өгөтләп йөрөгән. Әүлиә, ҡартайыуҙанмы, ауырыпмы, үлеп китә. Халыҡ уны тау башында ерләй.

Икенсе риүәйәттә, беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡан һәм уларҙы ҡырған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар. Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай.

Өсөнсө риүәйәт буйынса, үҙҙәренең ырыуҙарынан айырылған бер төркөм кеше яңы урынға ултырыр өсөн ер эҙләй. Йөрөй торғас, улар бер ҙур күл буйына килеп сыға. Ҡарайҙар – ер уңайлы: эсергә һыуы ла бар, һунар итергә урманы ла яҡын. Мал көтөргә лә урын етерлек. Күлдән алыҫ түгел ҙур тау ҙа булған. Араларынан берәү:

Тауы бер яҡҡа ауыш икән, – тигән.

Шунан халыҡ был тауҙы Ауыштау, тип йөрөтә башлай. Тора-бара ул Әүештау булып китә. Күлдең исеме лә, һуңынан ауыл да Әүеш тип йөрөтөлә башлай.

Әүеш тауы башында ҡәбер ташы бар. Боронғо таш урынына яңыһын Зәйнулла ишан ҡуйҙыртҡан. Унда ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған шундай юлдар бар:

«Был (сәйәхәтсе)

Шәйех Мөхәммәд

Миһнән Аләүҫә

651 һижри йыл

Беркәхан быуатында

Бәнисарай

Беркәхан дәүләте»

Әүеш тауы башында ерләнгән сәйәхәтсенең был ерҙәрҙә Ислам динен таратып йөрөүсе Беркә хан дәүләте илсеһе булғандыр, тигән фараз бар. Сөнки Беркә хан үҙе Исламды ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ә динде тирә-яҡҡа таратыу буйынса ла ҙур эш алып барған. Легенда-риүәйәттәрҙең төрлөлөгөн тау башындағы бер нисә ҡәберҙең булыуы ла иҫбатлай. Бәлки, һәр легенда үҙенсә дөрөҫтөр. Алтын Урҙа хандары, башҡорттарҙың иң уңайлы аҫаба ерҙәрен үҙҙәренә тартып алып, ҡышын йылы көньяҡ далаларҙа малдарын көтһә, эҫе йәйҙәрен мул һыулы, һутлы үләнле Урал тауҙарына килгән. Был башҡорт, нуғай һәм башҡа халыҡ йырҙарында, легендаларында ла асыҡ сағыла.

Әүеш тауҙан тирә-яҡ ус төбөндәй генә күренә. Әүеш күлендә ике утрау бар. Береһе йөрәк формаһында, икенсеһе ҡанатын йәйгән ҡошто хәтерләтә. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 645 метр тирәһе. Әүлиәнән башҡа бында тағы ла ике – Сәлиха һәм Йыланлы шишмәләре бар. Өс шишмәнең тәме лә өс төрлө. Сөнки өсөһө өс төрлө таш аша үтә, тиҙәр. Әүлиә шишмәһе һары йәшмә аша үткәнгә айырыуса шифалы, оҙаҡ һаҡлана, тип белдерәләр.

Баймаҡ ағинәйҙәре бер-береһенә ярҙам итә-итә Әүеш тауына күтәрелде. Ямғырҙан һуң аяҡ аҫты тайғаҡ булһа ла, ағинәйҙәрҙең береһе лә туҡтап ҡалманы, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, иң осҡа ҡәҙәр менеп етте. Текә тау башында ерләнгән Әүлиә ҡәберлегендә кешенең күплеге хайран ҡалдырҙы. Ҡөрьән Хафиз (Ҡөрьәнде яттан белеүсене шулай атайҙар) һәм Силәбе ҡалаһынан килгән мөфтөй, имамдар бергәләп аят уҡыны, вәғәздәр һөйләне. Аҡһаҡалдар менән берлектә беҙҙең ағинәйҙәр ҙә өйлә намаҙын бергә уҡырға сафҡа баҫты.

- Беҙ Әүлиә ҡәберенә табынырға килмәйбеҙ, Аллаһы Тәғәләгә генә табынабыҙ, уға ғына һыйынабыҙ, - тине бер имам. - Бары тик унан ғына донъялар тыныслығы, именлеге һорайбыҙ. Ә инде Әүлиә ҡәберлегендә уның рухына бағышлап аят уҡыйбыҙ. Зыярат тирәләй тауаф ҡылыу (әйләнеп йөрөү), ағастарға сепрәк бәйләү – мосолман ғәмәле түгел. Шуны дөрөҫ аңлағыҙ.

Имамдың һүҙҙәрен дөрөҫләп, бында үҙеңде дөрөҫ тотоу ғәмәлдәрен күрһәткән алтаҡталар ҙа бар. Тауға менеүе ауыр булһа ла, төшөүе күпкә еңелерәк ине. Баймаҡ ағинәйҙәре тейешле йолаларҙы үтәгәс, һоҡланғыс тәбиғәтебеҙгә биҙәк өҫтәп, милли күлдәктәрен кейеп алды. Улар эргәһенән ситтән килгән ҡунаҡтар өҙөлмәне. Барыһы ла ҡашмау, селтәрҙәргә һоҡландылар. Беҙҙең ағинәйҙәр менән фотоға төштөләр. Әүеш тауы, Әүлиә шишмәһенең тарихы, легендалары менән ҡыҙыҡһындылар. Беҙҙең ағинәйҙәр был төбәктән булмаһа ла, урындағы ер-һыу атамаларҙы, легендаларҙы яҡшы белеүҙәре менән һоҡландырҙы. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр хаҡында ситтән килгән ҡунаҡтар менән ихлас уртаҡлашты.

Был көндө Баймаҡ ағинәйҙәренең тағы ла бер биҙәге – боҫрап ҡайнап ултырған самауырҙар ине. Әүлиә шишмәһенән алынған шифалы һыуҙан сәй эсеп, аралашып, саф һауала ял итеп, күңел тыныслығы табып, көс-ғәйрәт алып ҡайттыҡ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Баймаҡ ағинәйҙәре - “Әүлиә” шишмәһендә
Баймаҡ ағинәйҙәре - “Әүлиә” шишмәһендә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: