1989 йылда Төркмән ауылында Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамгулов (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре) тарафынан музей ойошторола. Музейҙы йыһаҙландырыуҙа бик күп көс һала. Музейҙа башта 4 зал була. Шуларҙың береһе яҡташыбыҙ, ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың (РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы) тормошона һәм ижад юлына арналған.Бында уның шәхси әйберҙәре (уларҙы Ғата ағай һау сағында Миҙхәт Әсфәндиәр улына үҙ ҡулдары менән биргән була) ҡул яҙмалары, ҡурайҙары һәм фортепианоһы. 1995 йылда Ғата Сөләймәнов исеме бирелә һәм шул уҡ йылда Республиканың Милли музейының филиалы булып китә. Музейҙа боронғо эш ҡоралдарын, ауыл өйөнөң йыһаздҙарын, ауылдың һәм "Ирәндек" совхозының тарихы, ауыл биләмәһенең билдәле кешеләре, картиналар галлереяһы һәм төрлө экспонаттар менән танышырға була. 2001 йылдан музейҙа эшләй һәм етәкселек итә башлай тарих уҡытыусыһы Ишморатов Фуат Рәхимйән улы. Фуат Рахимйән улы музейҙы артабан уҫтерә, залдарын күбәйтә, төрлө яңы экспонаттар һәм идеялар индерә. Фуат Рахимйән улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан , йәмғиәт эше менән бергә (2005-2019 йылдарҙа ветерандар ойошмаһының рәйесе була) музейҙы етәкләне һәм килгән ҡунаҡтарға ишеге һәр ваҡыт асыҡ булды. Бөгөнгө көндә музейҙы етәкләй Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған йәш белгесебеҙ Буләкәнова Зәлиә Сәғит ҡыҙы, уға һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
Сығанаҡ: Төркмән мәҙәниәт йорто битенән.