+6 °С
Облачно
Иҫке Сибай ауылында үткән "Оҙон бәйге" республика ат ярышында Иҫке Сибай ағинәйҙәре лә үҙ өлөшөн индерҙе. Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ағинәйҙәр тирмәлә үҙҙәре тергеҙгән милли кәсептәрҙе һәм йолаларҙы күрһәтте. Үҙ станоктарында баҫҡан тула һәм тегелгән сарыҡтар, милли биҙәүес һәм кейемдәр, сергетыш һ. б. ҡомартҡыларҙан торған күргәҙмәне Республика Башлығы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ағинәйҙәр оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте. Һуңынан ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән һыйланылар.