+25 °С
Облачно
Таулыҡай ауылында район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы осрашыуы үтте. Сарала Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Беренсе Этҡол һәм Түбә ағинәйҙәре ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе башҡарған эштәре тураһында һөйләп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Таулыҡай ағинәйҙәре ойошторған күргәҙмә бай, сағыу ҡул эштәренән торҙо. Район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова "Түәңәрәк өҫтәл" артында ойошманың эше, бурыстары, хаталар өҫтөндә эш алып барыу тураһында сығыш яһаны.