Йәмғиәт
26 Апреля 2022, 03:32

Ишбирҙе ағинәйе - Өфөлә!

Ләлә Иҙелбаеваның буҙаһын яратып эсеүселәр күп булды.

Мәғлүм булыуынса, кисә Өфө ҡалаһында баймаҡтарҙың ҙур осрашыуы үтте. "Торатау" конгресс-холында үткән сарала район "Ағинәйҙәре" ойошторған күргәҙмә төп урындарҙың береһен биләне. Унда Ишбирҙенән ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова менән "Ағинәйҙәре" ойошмаһы рәйесе Ләлә Иҙелбаева ла ҡатнашты. Йөҙҙән ашыу дарыу үләндәренән торған күргәҙмә менән танышырға теләүселәр бик күп булды. Ләлә Шаһимарҙан ҡыҙы шулай уҡ халҡыбыҙҙың милли эсемлеге - буҙа ҡойоу оҫтаһы ла. Ҡунаҡтарға үҙе әҙерләгән буҙаларҙы тәҡдим итте.

Ишбирҙе ағинәйе - Өфөлә!
Ишбирҙе ағинәйе - Өфөлә!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас