Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
25 Апреля 2022, 11:55

Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы

-

"Тел-халыҡтың иң бөйөк байлығы, һәр халыҡҡа ла үҙ теле изге, ҡәҙерле һәм матур..." -  Р. Ғарипов.

«Тел -халҡыбыҙҙың рухи байлығы»-«Язык-духовное наследие народа» девизы аҫтында Сыңғыҙ мәктәбенең 5се-8-се класс уҡыусылары, мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты. Фәниә Йосоп ҡыҙы, Зөһрә Марат ҡыҙы һәм Гөлкәй Ғилметдин ҡыҙы әйтеүендә яҙылған диктант йөкмәткеһе менән дә уйланырға мәжбүр итте. Диктантты яҡшы билдәһенә генә яҙырға өлгәшеүҙәре ҙур ҡыуаныс өҫтәне. Һуңынан сараға йыйылыусылар башҡорт теленә бәйле фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы
Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас