Атайым ураҙа тота, әсәйем эсеп ята...
Атайым ураҙа тота, ә әсәйем дүртенсе көн инде эсеп ята. Хәҙер оло йәштә бит инде, ошо алама ғәҙәтен ташлай алманы. Электән эсә ине ул. Беҙ бәләкәй саҡта бер йәше лә тулмаған һеңлемде миңә ҡалдырып, сығып китә торғайны. Һеңлемде үҙем ҡарап, тәрбиәләп үҫтерҙем тиһәм дә була. Әсәйемдең көндәр, төндәр буйы ҡайтмаған сағы булды. Әле иҫемә төшһә лә илайым. Йөрәгем әрней. Үҙе ауырыйым, тип дарыу эсә, араҡы эсә. Бер нәмә лә кәрәкмәй уға, бер ере лә ауыртмай. Шулай алдашырға ярата. Бәлки, оялыр, тигән өмөт менән яҙам.
Эскән ҡатындарҙы ирҙәре лә ярата бит. Атайым бер нисек тә уны дингә баҫтырырға үҙенең артынан эйәртә алманы. Әҙ генә айығып алһа, бүтән эсмәйем, тип анттар бирә. Ләкин уның вәғәҙәһе 2-3 көнгә етә. Бала сағыбыҙ әсәйемдең шундай йәмһеҙ күренеше менән хәтерҙә ҡалған. Тиҫтерҙәребеҙҙән ояла инек. Эскесе балаһы, тип артыбыҙҙан көлһәләр ҙә, бер кем дә күҙебеҙгә ҡарап әйтмәне. Беҙ, ярай, үҫеп, китеп бөттөк. Атайымды йәлләйем. Бер аҡыллыға – бер иҫәр, тигәндәре шулмы икән?..
Айгөл.
Фото интернеттан алынды.