Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
11 Апреля 2022, 07:35

Ҡарттар йортонан репортаж

Ҡайҙалыр ошондай өлкәндәр донъяһы барлығын онотмаһаҡ ине. Сөнки хушлашҡанда улар бер теләк кенә яңғыратты: “Йышыраҡ килһәгеҙ ине”...

Ҡарттар йортонан репортажҠарттар йортонан репортаж
Ҡарттар йортонан репортаж

Бәхетемде һынап ҡарарға булдым...”

Һаҡмар”ҙың бүләген отҡан 86 йәштәге гәзит уҡыусыбыҙ шулай тине

Ҡасандыр балалар тауышынан гөрләп торған бинала хәҙер икенсе һулыш, башҡа күренештәр. Шулай ҙа Түбә ҡарттар йорто, ҡапҡаһын асып ингәндән, бөтә ерҙәге бөхтәлеге, матурлығы һәм таҙалығы менән ҡаршы алды. Ишек төбөндә автоматик рәүештә тән температураһын үлсәү һәм ҡулдарға дезинфекциялау сараһы һиптергән ҡоролма ҡуйылған. Уңайлы ла, температураһы юғары булған кешеләр ололар янына ла үтеп инә алмай.

Яҙҙың йылы һулышына шатланған ололар ишек алдына саф һауаға сыҡҡан ине. Кемдер әкрен генә йөрөй, бәғзеләр эскәмйәләрҙән урын алып ниҙер хаҡында гәпләшә. Уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаған санитаркалар әле береһен, әле икенсеһен ҡарап китә.

Түбә ҡарттар йортона килеүемдең сәбәбе - “Һаҡмар” гәзитенә яҙылып, бүләк отҡан Зиннәтулла Бүләкәновты ҡотлау ине. Бер ғаиләгә әүерелгән башҡа өлкәндәр ҙә Зиннәтулла ағайҙың шатлығын уртаҡлашырға йыйылған ине. Ял бүлмәһендә улар менән һөйләшеп, хәл-әхүәлдәрен һорашып алғас, еңеүсегә ул отҡан пледты тапшырҙым. Зиннәтулла ағай был бүләгебеҙҙе ҙур шатлыҡ менән ҡабул итте һәм редакция хеҙмәткәрҙәренә изге теләктәрен еткерҙе. “Сығышым менән Күгиҙел ауылынан булам. Тыуған районымдың яңылыҡтары һәм башҡа фәһемле мәҡәләләр менән танышып барыу өсөн “Һаҡмар” гәзитенән өҙөлгәнем юҡ. Ә уйында нисек ҡатнашырға белмәй инем. Миңә бында йәшәгән Әбделәхәт ҡусты Бикбулатов ярҙам итеп, барыһын да аңлатты. Шуға күрә бәхетемде һынап ҡарарға булдым”,-тине ҡыуанысы менән уртаҡлашып.

Гәзит уҡыусыбыҙҙы һөйөндөрә алыуыбыҙға беҙ ҙә бик шатбыҙ. Бында йәшәгән Әбделәхәт Бикбулатов – беҙҙең йәмәғәт хәбәрсеһе. Пандемия шарттарында ла ул ҡарттар йортоноң тормошо менән таныштырып барҙы. Сөнки был учреждение карантинда оҙайлы ваҡыт булды.

Артабан хужалыҡ эштәре буйынса шәфҡәт туташы Нурзиә Утарбаева ҡарттар йортоноң тормошо менән таныштырҙы. Бөгөн унда 62 өлкән кеше бар. Шуларҙың 14-е – ҡатындар, 48-е – ирҙәр. Һаулығы насар булған ололарҙың 24-е түшәктә ята. Шуларҙың һигеҙе бөтөнләй тора алмай. Уларҙы 12 санитарка алмашлап ҡарай, матур итеп, балалай тәрбиәләй. Өлкәндәр араһында күҙҙәре күрмәгәндәр бар. Уларҙы ла санитаркалар етәкләп алып йөрөй, ашата-кейендерә. Ҡайһы бер өлкәндәр күҙҙәре күрмәүгә ҡарамаҫтан шахмат уйнарға ярата. Улар эргәһенә бер кешене ҡуйып, ҡайһы фигураны шылдырырға икәнлеген әйтеп уйнай. Уйындар сәмле лә, күңелле лә үтә шулай.

Ололар өсөн бында бар шарттар ҙа булдырылған. Яҡты, иркен бүлмәләр, ашхана, мунса. Көнөнә дүрт мәртәбә ашайҙар. Кем ашханаға барырға теләмәй, аҙыҡты уның бүлмәһенә индереп бирәләр. Иғтибарымды тәҙрә төптәрен тултырып, шаулап үҫкән рассадалар йәлеп итте. Нурзиә Айрат ҡыҙы әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр рассаданы үҫтереп, унан баҡсаға ултыртып бирә. Ә тәрбиәләүҙе өлкәндәр үҙ өҫтөнә алған. Улар картуфын, башҡа йәшелсәһен дә мул итеп үҫтерә. Көн йылыныу менән теплицала мәж киләләр. “Былтыр тәүге тапҡыр ололарыбыҙға бройлер себештәрен алып бирҙек. Матур итеп тәрбиәләп, көтөп үҫтерҙеләр. Көҙгөһөн инәйҙәр менән бергәләшеп уларҙы йолҡоп алдыҡ. Үҙ баҡсаһы, үҙ ҡош-ҡорто уларҙың”,-тип йылмая Нурзиә Айрат ҡыҙы.

Өлкәндәр өсөн көн дә төрлө саралар үтә. Был эш мәҙәниәт эштәрен ойоштороусы Любовь Сибряеваға йөкмәтелгән. Ул инәйҙәр менән ҡағыҙҙан төрлө сәскәләр ҙә эшләй. Төрлө төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы был ҡул эштәре ҡарттар йортоноң биҙәге булып бүлмәләргә, ял итеү залдарына ҡуйылған.

Ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙең күбеһенең балалары ла, яҡын туғандары ла бар. Улар ололарҙың хәлен белешергә килә. Ҡарттарға 14 көнгә балаларына йә туғандарына барып килергә лә рөхсәт ителә. “Береһе лә улай оҙаҡ булмай. Улар бында өйрәнгән бит инде. Өфө яғынан килгән бер олобоҙ шулай тыуған яғына китте лә, икенсе көнөнә үк әйләнеп килде. Ҡарттарыбыҙ юлға сыҡһа, үҙебеҙ ҙә борсолоп торабыҙ. Шылтыратып ҡайҙа булыуҙарын, барып еткәндәрме-юҡмы, ҡасан юлға сығалар – барыһын да белешәбеҙ. Ауыл эсендәге магазинға сыҡһалар ҙа, шул уҡ хәл. Сөнки бынан Иҫәнгә юл үтә. Шәп тиҙлектә үткән машиналар айырыуса йәйгеһен күп була. Шуға күрә ололарҙы магазинға икешәрләп кенә ебәреп, контролдә тотабыҙ. Шунһыҙ булмай. Бер ғаиләгә әйләнеп бөткәнбеҙ бит инде”,-тип йәшәйештәре менән уртаҡлашты Нурзиә Айрат ҡыҙы.

Һәр ҡартты яҡшы белгән, уларҙы ҡарашынан уҡ аңлаған Түбә ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Сөнки ғүмер көҙөнә еткән кешеләрҙе бер ғаиләгә берләштереп, уларға бар йылыһын өләшеп эшләй бит улар. Мәрхүм булғандарын да һуңғы юлға күмәкләп оҙаталар. Әгәр үлгән ололарҙы туғандары ерләргә алмаһа, мәрхүмдәр Темәс психоневрология интернатының зыяратына ҡуйыла.

Үҙ донъяһында ҡайнап йәшәгән ололар һәм уларҙы тәрбиәләгән хеҙмәткәрҙәр менән хушлашып, ҡайтырға сыҡтым. Яҙ ҡояшы ҡыҙҙыра. Тиҙҙән өлкәндәр тағы баҡсаларында гөр килеп картуф ултыртырҙар, унан күмәкләшеп ҡый утап, һуңынан сөкөрҙәшеп сәй эсерҙәр...

Ҡайҙалыр ошондай өлкәндәр донъяһы барлығын онотмаһаҡ ине. Сөнки хушлашҡанда улар бер теләк кенә яңғыратты: “Йышыраҡ килһәгеҙ ине”.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас