Йәмғиәт
1 Апреля 2022, 05:35

Бөгөн - Көлкө көнө

 Көҙ. Ямғыр тамсылары тәҙрәгә моңһоу ғына сиртә. Ел яралы бүре кеүек олой...

Бөгөн - Көлкө көнөБөгөн - Көлкө көнө
Бөгөн - Көлкө көнө

Баҙарҙа әбей алма һатып ултыра.

-Чернобыль алмалары, Чернобыль алмалары!

-Әбекәй, ҡайҙан алғаныңды әйтмәһәңсе. Һатып алмаҫтар бит.

-Алалар, улым алалар. Кемдер начальнигына, кемдер ҡәйнәһенә һатып ала.

 

Көҙ. Ямғыр тамсылары тәҙрәгә моңһоу ғына сиртә. Ел яралы бүре кеүек олой. Әйтерһең дә, бар ғаләм сабый булып илай ине. Бындай ваҡытта йылы юрған аҫтына сумғы килә...

-Иптәш Мирзаянов! Һеҙгә ни өсөн эшкә һуңлауығыҙ хаҡындағы аңлатманы яңынан яҙырға тура киләсәк!

 

Ҡатын иренә:

-Мин магазинға барып киләм. Һин духовкалағы тауыҡты ҡарап тор!-ти.

Ҡайтһа өйҙә төтөн тулған, ире һаман диванда аунап ята. Ҡатындың йәне көйөп иренән:

-Шунан хәлдәр нисек? Тауыҡ нисек?-тип һорай икән.

-Барыһы ла һәйбәт, тауыҡтың духовканан сыҡҡаны күренмәне.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас